Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Декабрь 2020, 19:09

"Яланғас йөрөмә!"

/

Өфөлә 20 йәшлек егет күршеһен үлтереүҙә ғәйепләнә. Суд документтарына ярашлы, енәйәт июндә Глинка урамындағы йорттоң коммуналь фатирында ҡылынған.
Тәфтишселәрҙең фаразынса, йәш егет менән зыян күреүсе араһында талаш сыҡҡан. Сәбәбе - һуңғыһының йыш эсеүе һәм күршеләре алдында яланғас йөрөүе. Унан алда ла иргә, кейенеп йөрө, тип йыш иҫкәртеү яһағандар, әммә ул үтенестәрҙе ҡолағына ла элмәгән. Ә бер көндө эш һүҙҙән үтеп, оло яу ҡупҡан. Йәш күршеһе ирҙең башына йоҙроҡлап өс тапҡыр һуҡҡан. Ошо үлемгә килтергән дә инде.
Егет ғәйебен таныған, ҡылғанына үкенеүен белдергән. Уға ҡарата енәйәт эше асылған. Хәҙер йәш кешегә 15 йыл ғүмерен төрмәлә үткәреү ҡурҡынысы янай.
Фото: vk.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Yalan-as-y-r-m-581807/
Читайте нас: