Хәйбулла хәбәрҙәре
+6 °С
Дождь
ВКонтакте
Одноклассники
Барыһы ла Еңеү өсөн
Баш
Рус
ЙӘМҒИӘТ
9 Декабря 2020, 17:58
Сибайҙың төп майҙанында яңы йыл арт-объекттары барлыҡҡа килде
/
Урал аръяғының баш ҡалаһы Сибайҙың төп майҙанында бер нисә яңы йыл арт-объекттары ҡалҡып сыҡты. Улар – «Бүләк», «Ҡурай», «Йыл символы Үгеҙ», йөрәк, даға, ҡояш формаһындағы аркалар.
«Ҡала халҡына оҡшар тип ышанабыҙ!» — тип яҙҙы ҡала мэры Рөстәм Афзалов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Ул «ошо матурлыҡты тыуҙырыу өсөн айҙан ашыу алһыҙ-ялһыҙ эшләгән» Халыҡ мәҙәниәте үҙәгенең һәләтле ижади төркөмөнә рәхмәт белдерҙе. Оҫталар – Тимур Мөрсәлимов, Раил Латипов, Тимур Исмәғилев, Анатолий Насакин, Евгений Столбов, Илһам Таһиров, Лилиә Рәхмәтуллина.
Мэр шулай уҡ ошо проекттың идея авторы — Сибай хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Илшат Солтангәрәевҡа ла рәхмәт әйтте. «Уның тынғыһыҙлығы һәм тырышлығы менән барыһы ла килеп сыҡты», — тип билдәләне ҡала башлығы.
Фото: социаль селтәрҙәр
Ләйлә Аралбаева.
https://www.bashinform.ru/bash/1531994/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"