Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Декабрь 2020, 11:52

Туҡталышта 12 йәшлек үҫмер илай...

/

Мәскәү ҡалаһында йәшәгән әсәнең 12 йәшлек улына бәйле яҙған посы күптәрҙе битараф ҡалдырманы. Әлбиттә, ауылдарҙа, бәләкәй ҡала һәм ҡасабаларҙа бындай хәлдең булыуы икеле, әммә бөгөн кешеләрҙең әйләнә-тирәһенә, кеше ҡайғыһына битарафлығы шул тиклем көсәйәме, әммә халыҡ һәр төрлө мутлыҡ-хәйләләрҙән ҡурҡып, бәлә килгәндә ярҙам ҡулы һуҙырға ла шикләнәме – әйтеүе ауыр. Был яҙма күптәрҙе уйланырға мәжбүр итер, шул тиклемгә етеп барабыҙмы тип һиҫкәндерер, моғайын. Әсәнең посын тулыһынса тәржемәлә бирәбеҙ.
Кешеләрҙең битарафлығы тураһында
Бөгөн минең 12 йәшлек улым менән күңелһеҙ хәл килеп тыуҙы. Аллаға шөкөр, барыһы ла яҡшы тамамланды тиергә мөмкин, әммә әле булһа тыныслана алмайым.
Бала ҡаланың күрше районына спорт секцияһына йөрөй. Автобуста 25-30 минут самаһы юл үтергә кәрәк. Күнекмәләре 17.30 сәғәттә тамамлана. Телефоны һәр саҡ үҙе менән, “барып еттем”, “ҡайтырға сыҡтым” тип шылтыратыуҙар йәки смс-хәбәрҙәр – беҙҙә мотлаҡ. Бөгөн дә улыбыҙ күнекмәнән һуң үҙенә кәрәкле автобусҡа ултырған, әммә йоҡлап китеп, туҡталышты үтеп киткән. Уянып киткәс, ҡурҡышынан тәүге туҡталышта уҡ төшкән һәм... алмаш аяҡ кейеме һалынған биштәрен онотоуын аңлап, туҡталыштағы автобусҡа кире йүгереп ингән. Автобус ишектәрен ябып ҡуҙғалып киткән. Шунда ғына ул бөтөнләй икенсе автобусҡа ултырыуын, биштәренең бында булмауын аңлаған. Водителдән туҡтап, уны төшөрөп ҡалдырыуын һораған, әммә уныһы “ярамай” тип баш тартҡан. Ҡаланың бөтөнләй икенсе яғына юлланған автобустан киләһе туҡталышта төшөп ҡалған. Аяҡ кейемен юғалтыу, туҡталышын үтеп китеү өсөн ҡайғырып, был автобустың нисәнсе маршрут булыуын да ҡарамаған.
Туҡталышта атаһына шылтыратып, хәлде аңлатҡан. Атаһы, илай башлаған улыбыҙҙы тынысландырып, уның ҡайһы ерҙәрәк булыуын асыҡларға маташҡан мәлдә Савваның телефоны һүнгән.
Артабан – иғтибар! 12 йәшлек үҫмер туҡталышта илап тора, эргә-тирәлә кешеләр. Ул бер нисә кешегә аҙашыуы, телефонының һүнеүе тураһында аңлатып, атаһына йәки әсәһенә шылтыратырға рөхсәт итеүҙәрен һорап ҡарай. Әммә бер кем дә уға ярҙам итмәй.
Улыбыҙ яҡынса 30-лап кешегә мөрәжәғәт итә. Араларында йәштәр ҙә, мин өйрәткәнсә, балалы ҡатындар ҙа, оло йәштәгеләр ҙә була. Берәүҙәр “телефонымда аҡса юҡ” ти, икенселәр “юҡ” тип кенә ҡуя, өсөнсөләр ишетмәмешкә һалыша. Улыбыҙ үҙ йәшенән оло күренмәй, уға 12-13 йәштән артыҡты биреп булмай, бөхтә, таҙа кейенгән, өҫтәүенә илап торған!
Хатта полицияға шылтыратыусы ла табылмаған! Барыһы ла күрмәмешкә һалышҡан. Кешеләр, һеҙҙең менән нимә булды? Ҡайҙан шул тиклем битарафлыҡ? Ни өсөн киске сәғәт алтыла халыҡ мыжғып торған урамда бер кем дә балаға ярҙам итмәгән?
Ярты сәғәттәй ваҡыт үткәс, Савка алыҫ түгел килеп туҡтаған полиция машинаһын күреп ҡалып, ярҙам һораған. Улар баланы бүлексәгә алып килеп, атаһына шылтыратҡан, һәм беҙ барып алдыҡ. Ошо ваҡыт арауығында аҡылдан яҙа яҙҙым.
Әле улыбыҙ өйҙә. Саҡ тынысланды. Аҙашыуын аңлағас, ныҡ ҡурҡыуы, ә инде бер кемдең дә ярҙам итергә теләмәүен күргәс, бөтөнләй ҡойолоп төшөүе тураһында һөйләне.
Кешеләр, зинһар битараф булмайыҡ! Шул тиклем ҡурҡҡанбыҙмы, күңелебеҙ ҡатҡанмы – хатта кешелек йөҙөбөҙҙө юғалтып барабыҙ түгелме?! Был хәл бит һеҙҙең балағыҙ менән дә булыуы ихтимал... Әгәр минең яҙмам кемделер уйланырға мәжбүр итһә, Савканың күҙ йәштәре бушҡа түгелмәгән, тип һанармын...
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Tu-talishta-12-y-shlek--mer-ilay-577070/
Читайте нас: