Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2020, 14:33

Декада 20 декабргә тиклем оҙайтылды

2020 йылдың 3 декабренән 20-нә ҡәҙәр «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә почта бүлексәләре аша 10 процент ташлама менән яҙылып өлгөрөгөҙ. Ташлама шулай уҡ электрон подписка өсөн дә ғәмәлдә.

Рәсәй почтаһы ҡышҡы декада иғлан итте

2020 йылдың 3 декабренән 20-нә ҡәҙәр «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә почта бүлексәләре аша 10 процент ташлама менән яҙылып өлгөрөгөҙ. Ташлама шулай уҡ электрон подписка өсөн дә ғәмәлдә.

«Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә яҙылып, Хәйбулла районында барған хәл-ваҡиғалар менән танышып барығыҙ. Шулай уҡ милли баҫманы яҡындарығыҙға бүләк итеп, уларҙы ла шатландырығыҙ!

Район гәзитенә яҙылыу барлыҡ почта бүлексәләрендә ойошторолған. Өйгә почтальонды йәки редакция хеҙмәткәрен саҡыртып, яҙылырға була. Бынан башҡа редакцияның үҙендә лә яҙылырға мөмкин: өйгә алып килеү менән (Аҡъяр ауылы халҡы өсөн) — 780 һум, редакциянан үҙ аллы килеп алыу — 600 һум.

Бынан тыш гәзиткә https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1126/ сайты аша яҙылырға электрон һәм баҫма версияларына яҙылырға була. Электрон версияның хаҡы — 576 һум.

Был юлы ла милли баҫмаға яҙылыусыларҙы шәп приздар көтә, отош уйынында ҡатнашыу өсөн квитанцияларығыҙҙы редакцияла теркәтергә онотмағыҙ.

Бынан тыш ике суперприз — «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә бер йылға (2021 йылдың 12 айына) яҙылыусылар араһында — мультиварка, шулай уҡ ике район гәзитенә («Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник») яҙылыусылар араһында — электр самауыры уйнатыласаҡ!

"Хәйбулла хәбәрҙәре"нә тотош бер йылға йәки "Хәйбулла хәбәрҙәре" район гәзитенә һәм республика гәзит-журналдарының береһенә яҙылыусылар араһында ҡиммәтле приздар уйнатыла. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарға яҙылған тоғро дуҫтары өсөн быйыл да ҡиммәтле бүләктәр әҙерләне. Акцияның бүләктәр фонды бик бай: һыуытҡыс, телевизор, ноутбук, электр самокаты, ҡар таҙартҡыс, һәм башҡалар.

Даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ. Белешмәләр өсөн телефон: 2-15-62, 2-14-98.

Мөхәрририәт.
Читайте нас: