Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
7 Декабрь 2020, 15:13

Даланлылар бүләкле булды

—Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Район гәзитен даими алдырабыҙ, бер ваҡытта ла ҡалғаным юҡ. Балаларым да ла башҡортса уҡытырға тырышам. Яратҡан районкамдан бүләк отоуыма шатмын,— тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Бүребай ауылынан Зөлфиә Рәҡип ҡыҙы.

«Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә 2021 йыға яҙылыу кампанияһы дауам итә. 20 декабргә тиклем Рәсәй почтаһы аша ташламалы хаҡҡа яҙылып, киләһе отош уйындарында ҡатнашырға мөмкин. Ваҡыт күп ҡалманы, киләһе йылда үҙенең оло юбилейын – туғыҙынсы тиҫтәһен ҡаршылаған башҡорт гәзитен алдырмай ҡалмағыҙ!
Әлеге ваҡытта дөйөм отош уйынында 152 ҡатнашыусы теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Милли баҫманың тоғро дуҫтары Өфө ауылынан Йомабикә Ғөбәйҙуллина, Аҡъярҙан Сания Мәсәғүтова, Баҡал ауылынан Әлимә Рамаҙанова, Маҡандан Әлфирә Юнысова, Бүребайҙан Зөлфиә Көсөкбаева «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең даланлылары исемлеген тулыландырып, бүләктәр отто. Улар беҙҙең даими бағымсылар тәҡдим иткән төрлө көнкүреш тауарҙарын – көрөшкәләр йыйылмаһы, ашъяулыҡ, пикник өсөн тупланма, керамик аш һауыты, плед алып ҡыуанды.
—Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләйем. Район гәзитен даими алдырабыҙ, бер ваҡытта ла ҡалғаным юҡ. Балаларым да ла башҡортса уҡытырға тырышам. Яратҡан районкамдан бүләк отоуыма шатмын,— тип ҡыуаныстары менән уртаҡлашты Зөлфиә Рәҡип ҡыҙы.
Ҡатмарлы осорға ҡарамай, милли баҫманы алдырып, үҙҙәренә Яңы йылға бүләк алыусылар менән бергә үҙебеҙ ҙә шатланабыҙ. Отош уйындары әле дауам итә, уларҙа башҡа гәзит уҡыусыларҙың да бүләктәр отоуын теләйбеҙ. Район гәзитенә яҙылып, отош уйынында ла ҡатнашығыҙ.
Бынан тыш ике суперприз — «Хәйбулла хәбәрҙәре» гәзитенә тотош бер йылға (2021 йылдың 12 айына) яҙылыусылар араһында — мультиварка, шулай уҡ ике район гәзитенә («Хәйбулла хәбәрҙәре» һәм «Хайбуллинский вестник») яҙылыусылар араһында — электр самауыры уйнатыласаҡ!
Бәлки киләһе сарала тап һеҙгә уңыш йылмайыр. Дуҫтар даланығыҙҙы һынап ҡарап, гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ.
Читайте нас: