«Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитенә 2021 йыға яҙылыу кампанияһы дауам итә. 20 декабргә тиклем Рәсәй почтаһы аша ташламалы хаҡҡа яҙылып, киләһе отош уйындарында ҡатнашырға мөмкин. Ваҡыт күп ҡалманы, киләһе йылда үҙенең оло юбилейын – туғыҙынсы тиҫтәһен ҡаршылаған башҡорт гәзитен алдырмай ҡалмағыҙ!
Әлеге ваҡытта дөйөм отош уйынында 152 ҡатнашыусы теркәлде, был юлы тап улар араһында сираттағы еңеүселәр билдәләнде. Милли баҫманың тоғро дуҫтары Өфө ауылынан Йомабикә Ғөбәйҙуллина, Аҡъярҙан Сания Мәсәғүтова, Баҡал ауылынан Әлимә Рамаҙанова, Маҡандан Әлфирә Юнысова, Бүребайҙан Зөлфиә Көсөкбаева «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең даланлылары исемлеген тулыландырып, бүләктәр отто. Улар беҙҙең даими бағымсылар тәҡдим иткән төрлө көнкүреш тауарҙарын – көрөшкәләр йыйылмаһы, ашъяулыҡ, пикник өсөн тупланма, керамик аш һауыты, плед алып ҡыуанды.
—1981 йылдан «Хәйбулла хәбәрҙәре»нең тоғро дуҫы булып ҡалам. Гәзиттең башынан аҙағына ҡәҙәр уҡыйым. Бигерәк тә кешеләр, оло быуын вәкилдәренең тормош юлдары тураһында мәҡәләләрҙе ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Районыбыҙҙың милли баҫмаһы оҙон-оҙаҡ йәшәһен, барығыҙға ла именлек-һаулыҡ, — тип теләктәрен еткерҙе Йомабикә Динислам ҡыҙы.