Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Декабрь 2020, 14:35

Өлфәт Мостафиндың иҫтәлеге мәңгеләштерелә

Радий Хәбиров ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.

Өлфәт Мансур улы Мостафиндың Башҡортостандың социаль һәм иҡтисади үҫешенә тос өлөш индереүен, республика алдындағы айырым хеҙмәттәрен иҫәпкә алып, төбәк Башлығы Радий Хәбиров ижтимағи-сәйәси эшмәкәрҙең иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, Башҡортостан Хөкүмәтенә:
1) Башҡортостан муниципалитеттарына йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса иң яҡшы башланғыстарҙы тормошҡа ашырыу өсөн төҙөкләндереү өлкәһендәге Өлфәт Мостафин исемендәге республика премияһын булдырыу;
2) егеттәр һәм ҡыҙҙар араһында волейбол буйынса Өлфәт Мостафиндың иҫтәлегенә арналған халыҡ-ара турнир үткәреүҙе ойоштороу;
3) Өфөнөң Калинин районында Волейбол үҙәге төҙөлөп бөткәс, уға Өлфәт Мостафин исемен биреү бурысы йөкмәтелде.
Саҡмағош районы хакимиәте Иҫке Бәшир ауылындағы Өлфәт Мансур улы Мостафин уҡыған урта мәктәптә мемориаль таҡтаташ ҡуйырға һәм Саҡмағош ауылындағы урамға уның исемен бирергә тәҡдим итә.
Указды тормошҡа ашырыу менән бәйле сығымдарҙы финанслау күләмен һәм сығанаҡтарын Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/lf-t-Mostafindi-i-t-lege-m-gel-shterel-575783/?ncc=0&PAGEN_2=2
Читайте нас: