Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 18:23

"Рөстәм, етәр инде, туҡта..."

/

Инвалидтарҙың йәмәғәт ойошмалары менән онлайн осрашыу ваҡытында беҙҙең данлыҡлы яҡташыбыҙ, ныҡлы рух өлгөһө Рөстәм Нәбиев Рәсәй Президенты Владимир Путин менән аралашҡан.
2015 йылда Омск ҡалаһында казарма емерелеп, 42 кешенең емереклектәр менән баҫылғаны, 24 һалдаттың ғүмере өҙөлгәне, иҫәндәренең дә күбеһенең ғүмерлеккә инвалид булып ҡалғаны мәғлүм. Ошо хәл сәбәпле ике аяғынан яҙған Рөстәмгә лә ниндәй ауырлыҡтар һәм һынауҙар аша үтергә тура килгәнен ул үҙе генә белә. Әммә, бер нигә ҡарамаҫтан, ул – бәхетле кеше һәм ошо тормош һиллеген үҙ тырышлығы арҡаһында булдырған.
Эргәһендә һөйгән ҡатыны Индира бар, ҡыҙҙары үҫеп килә. Рөстәмде иһә популяр блогер, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре тип беләләр.
Владимир Путин менән онлайн-осрашыу ваҡытында яҡташыбыҙ бәйләнешкә ғаиләһе менән бергә сыҡҡан һәм үҙенең ҡаҙаныштары хаҡында һөйләгән. Шул иҫәптән Эльбрус бейеклеген экстремаль шарттарҙа яулауын, парашюттан һикереүен дә бәйән иткән.
Ул, нигеҙҙә, Интернет селтәрендә аҡса эшләүе, социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһенә 900 мең самаһы кеше яҙылғаны хаҡында һөйләгән. Нәбиев фекеренсә, әгәр ул Эльбрусты яулағандағы кеүек ҡатмарлы походтарҙы махсус ойошторолған видео һәм фото төшөрөүселәр булһа, уның кеүек кешеләр, тәбиғәтебеҙ менән ҡыҙыҡһыныусылар тағы ла артыр ине.
Владимир Путин уға яуап итеп яҡташыбыҙҙан башҡа парашютта һикермәүен үтенгән.
– Ниңә, парашютта һикереү мотлаҡмы ни? Рөстәм, етәр инде. Һикергәнһең, шуның менән хушһын. Ана, ниндәй матур ҡыҙҙарың бар. Улар янында бул. Әйтергә кәрәк, парашют менән мауығыу – ҡәҙимге ғәмәл түгел. Хәйер, былай ҙа беләһеңдер. Әлбиттә, мин һине сикләргә теләмәйем, – тип белдергән Путин.
Рөстәм, Президентҡа яуап итеп, парашюттан һикереү уның өсөн экстримдың бер төрө булыуын, ошо шөғөлдән ҡәнәғәтләнеү кисереүен һәм уның кеүек кешеләрҙең мөмкинлектәре сикләнмәүен белдергән.
Фото: “Комсомольская правда”.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/R-st-m-et-r-inde-tu-ta-573405/
Читайте нас: