Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 18:33

Хәтер

/

29 октябрҙә 73 йәшендә беҙҙең хөрмәтле ағайыбыҙ Мансур Танһыҡҡужа улы Дәүләтбаев ауырыуҙан һуң вафат булды.
Беҙҙе ҡалдырып баҡыйлыҡҡа күсеүенә 40 көн. Уның юҡлығына ышанып булмай, күңелдә онота алмаҫлыҡ һағыныу һағышы, йөрәктәрҙә ауыр яра булып юҡһыныу көндән- көн көсәйә генә...
Мансур ағай Аҡъяр ауылында йәшәгән Танһыҡҡужа олатай менән Маһира инәйҙең биш балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Аҡъяр урта мәктәбен тик яҡшы билдәләргә тамамлай, бигерәк тә математика, физика фәндәрен ярата. Тик артабан уҡыуын дауам итергә насип булмай, ата-әсәһенә, күп балалы ғаиләгә ярҙам итеү өсөн, механизацияланған күсмә колонна ойошмаһына, төҙөүселәр бригадаһына, эшкә төшә. Ниндәй генә эшкә ҡушһалар ҙа уңған, тынғыһыҙ, яуаплы Мансур ағай тырышып эшләй: ташсы, балта һәм мейес сығарыу оҫтаһы, төҙөүсе һөнәрҙәрен бар нескәлектәренә тиклем өйрәнә һәм еренә еткереп башҡара. Башҡорт мәҡәлендә “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, эшһөйәр, намыҫлы, баҫалҡы Мансур ағайҙың ҡулынан килмәгән эше юҡ, нимәгә тотонһа ла, иҫ китерлек килеп сыға.
Сибай ҡалаһының урта һөнәри техник белем биреү училищеһында штукатурсы-буяусы һөнәренә уҡып, Аҡъярға эшкә килгән, сығышы менән Яңауыл районынан булған, һылыу, нәзәкәтле, алсаҡ, зауыҡлы кейенгән 18 йәшлек Кәүсәриә еңгәйгә Мансур ағай бер күреүҙә ғашиҡ була. Йәштәр матур итеп туй яһап, өйләнешәләр.
Ул саҡта төҙөлөш ойошмаһында норматив планды үтәү, төҙөлөш объектын ваҡытында тапшырыу өсөн көн-төн, ялһыҙ тырышып эшләйҙәр. Улар Аҡъяр ауылында дауахана, мәҙәниәт йорто, 16 фатирлы ике ҡатлы йорттар, 2-се Аҡъяр мәктәбен төҙөүҙә ҡатнашалар. Эшһөйәр Мансур ағайҙың хеҙмәте “Лениндың тыуыуына 100 йыл”, “Намыҫлы хеҙмәте өсөн” , “Хеҙмәт ветераны” миҙалдары менән баһаланды.
Механизацияланған күсмә колонна ойошмаһы бригадиры, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Нәсимә Ниғмәтйән ҡыҙы Нураева: “Кәүсәриә менән Мансур беҙгә эшкә килгәндә йәш кенә инеләр. Яңы балалыҡтан сыҡһалар ҙа, ауыр эштән ҡурҡманылар, ниндәй генә эш ҡушһаң да ваҡытынан алда, еренә еткереп, матур итеп эшләп ҡуялар ине. Етәкселәр, эшселәр уларҙы хөрмәт итте. Фотолары Почет таҡтаһынан төшмәне, уларҙы байрам һайын Почет грамотаһы һәм аҡсалата премия менән бүләкләнеләр”,–тине.
Йәш саҡтарында бөтә илдә иң оҙон тимер юлы, Байҡал-Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнашалар, икеһе лә “Байҡал- Амур магистрален төҙөүҙә ҡатнашҡаны өсөн” миҙалы менән бүләкләнәләр. Себерҙән ҡайтҡас, төҙөлөштә эштәрен дауам итәләр, тик 90-сы йылдағы кризистан һуң төҙөлөш ойошмалары ябыла.
Балаларҙы уҡытыр өсөн, Мансур ағай кешеләргә арзан хаҡҡа өй, эшҡыуарҙарға магазин төҙөй башлай. Уның алтын ҡулдары менән матур итеп төҙөлгән өйҙәр, шәхси магазиндар Аҡъяр, Әбүбәкер, Яңы Ергән, Маҡан ауылдарында бар. Был өйҙәрҙә йәшәгәндәр, магазиндарҙа эшләгән шәхси эшҡыуарҙар ағайыбыҙға рәхмәттәр уҡып, йылы һүҙҙәр менән иҫкә алалар.
Мансур ағайыбыҙ үҙ ҡулдары менән мебель эшләргә әүәҫ булды, кроссворд сисергә, бәйләргә, балыҡ тоторға ярата ине.
Эшһөйәр Мансур ағайҙың үҙ ҡулдары менән төҙөгән, һоҡланғыс матур өйөнөң ихаталары йәннәт баҡсаһына тиң. Сабыр холоҡло, егәрле, хәстәрле еңгәйебеҙ ниндәй генә йәшелсәләр, емештәр һәм сәскәләр үҫтермәй, йәй буйы өйҙәре аллы-гөллө сәскәләргә күмелә. Иғтибарлы, яуаплы, ырыҫлы Дәүләтбаевтар ғаиләһендә өс бала буй еткерә, улар ата- әсәһенә оҡшап егәрле, эшһөйәрҙәр. Ағай менән еңгәй өсөһөнә лә юғары белем биреп, матур итеп туйҙар үткәреп, үҙ ҡулдары менән һәр береһенә күркәм йорт һалып бирәләр.
Һәр кешегә ваҡытын йәлләмәй ярҙамлашҡан игелекле, изгелекле Мансур ағайыбыҙға йәшәргә лә йәшәргә ине лә бит...Ҡәҙерлебеҙҙең ҡараңғы гүрҙәре яҡты, мәңгелек йоҡоһы тыныс, йәне ожмахта булһын.
Кәүсәриә еңгәйгә сабырлыҡ, түҙемлек, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, ғәзиз балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген, игелеген күреп, күңел йылыһын, һөйөүен тойоп, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисерергә яҙһын. Еңгәйгә, балаларына бәлә-ҡазалар, ҡайғылар күрергә яҙмаһын.
Сынбулатовтар, Билаловтар, Ҡоҙабаевтар ғаиләләре.
Читайте нас: