Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Декабрь 2020, 18:32

Балаларға ошондай шартта нисек йәшәмәк кәрәк?

/

Туймазы районында 52 йәшлек ҡатындың әсәлек хоҡуҡтарын сикләгәндәр. Был турала Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итәләр. Тәү ҡарамаҡҡа, был эш уларҙың ведомствоһына ҡағылмай һымаҡ. Тик был осраҡта ҡағыла икән.
Асыҡланыуынса, был ҡатындың 10 һәм 11 йәшлек балалары һәм 32 йәшлек инвалид улы бар. Ғаилә бик ҡурҡыныс шарттарҙа йәшәй. Бер бүлмәле фатирҙары антисанитария хәлендә, унда сүп-сар тулған, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре үтәлмәй. Балаларға шәхси гигиена нормаларын үтәү өсөн шарттар юҡ, бүлмәләрҙә бик бысраҡ, фатир елләтелмәй, балаларға ял итеү һәм үҫешеү өсөн урын юҡ.
– Бәлиғ булмаған балаларҙы йыш ҡына ул ҡарамай, улар үҙ көнөн үҙҙәре күрә. Әсә кеше даими рәүештә балаларҙың әхлаҡи һәм физик һаулығын ҡайғыртмай, үҙенең асоциаль тәртибе менән уларҙы хәүефкә дусар итә, үҙен агрессив тота, – тинеләр ведомствола.
Һөҙөмтәлә, уның 11 һәм 10 йәшлек балаларын Туймазы үҙәк район дауаханаһына тапшырғандар. Инвалид улына килгәндә, ҡатынды уның өҫтөнән опекунлыҡ хоҡуғынан ситләткәндәр. Әле уны Ҡандра дауаханаһына тикшереү өсөн ебәргәндәр.
Фото: Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Balalar-a-oshonday-shartta-nisek-y-sh-m-k-k-r-k-573032/
Читайте нас: