Әйткәндәй, беҙҙең ауыл биләмәһендә әлегә 10 контейнер майҙансыҡтары бар. Ғәлиәхмәттә -5, Аҡнаҙарҙа - 2, Урыҫбайҙа -2, Аҡъюлда - 1. Уларҙы "Эко-сити" төбәк операторы хеҙмәтләндерә. Һәр майҙансыҡ ауыл халҡы һәм хеҙмәтләндергән транспорт өсөн уңайлы булған, йәйәү алыҫ йөрөмәй торған урындарға ҡуйылды. Икенсе йыл өҫтәлмә тағын 3 майҙансыҡ планлаштырыла.