Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Ноябрь 2020, 13:43

Сибайҙа Никах йорто төҙөкләндерелә

/

"ЗАГС бинаһы - көслө энергетикалы үҙенсәлекле урын. Уның стеналары артында меңләгән кеше тормошондағы иң төп ваҡиғалар теркәлә, яҙмыштар ялғана. Улар бик күп хәтирәләр, уй-кисерештәр һаҡлай...
Беҙ һәр саҡ ғорурланған матур бинаға күптән ремонт талап ителә ине. Ниһайәт, республика етәкселеге ярҙамы менән был проблеманы хәл ителеүенә бик шатмын. Ремонттың нисек барыуын шәхсән барып ҡараным, ҡайһы бер үҙгәрештәр буйынса теләктәремде эш пландарына индерҙем. Төҙөүселәр бинаның түбәһен алмаштыра, фасадын әҙерләй. Никах йортона ингән баҫҡыстар яңыртыласаҡ, кәртәләр ҡуйыласаҡ, яңы асфальт түшәйәсәктәр. Бина янындағы ҡарт ағастар ҡаҙып алынды, яҙ көнө уның урынына эре шыршылар ултыртасаҡбыҙ, йәшеллек буласаҡ. Никах йортоноң тейешле кимәлдә булыуы мотлаҡ, лайыҡлы һәм тантаналы", - тип яҙҙы Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов "Бәйләнештә" селтәрендәге сәхифәһендә.
Фото: Рөстәм Афзаловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Sibay-a-Nikah-yorto-t--kl-nderel-560317/
Читайте нас: