Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
25 Ноябрь 2020, 16:13

"Балаға ташланыр тип кем уйлаһын!"

/

Өфөнөң Дим биҫтәһендә бәләкәй малайға ташланған Константин Силантьев хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ул подъезда бәләкәй малайға ташланған, туҡмап телефонын да алған. Әле Константин Силантьев хаҡында яңы мәғлмәттәр мәғлүм булды. Уны белгән кешеләр әйтеүенсә, ул Дим биҫтәһендә бер ни булмағандай йөрөп ята икән. “Көньяҡ” баҙары янында ла, Магистраль урамында ла күргәндәр.
Силантьев менән электән аралашҡан йәштәр билдәләүенсә, уның ярым емерек йортонда ҡасып йәшәүе ихтимал. Элек, әсәһе мәрхүм булғансыға тиклем, шунда көн күргәндәр икән.
"Ул шундайға әйләнеп китер тип кем уйлаған, тыныс ҡына холоҡло егет ине. Башы менән проблемалар әсәһе үлгәс башланды, әллә ниндәйгә әйләнде, токсикоманияға бирелде. Хатта биҙәнеп, ҡатын-ҡыҙ кейеме кейеп, сәсен буяп йөрөй, - тип яҙа урындағы чаттарҙа уның таныштары. – Шулай ҙа тыныс, үҙенә йомоҡ егеттең бындай хәшәрәт аҙымға барыуы аптырата..."
Константин Силантьевты эҙләү дауам итә. Енәйәт ҡылған көндө тубыҡҡа төшөп торған ҡыҙыл куртка, ҡара башлыҡ, салбар, ҡара ботинка кейгән, уртаһынан аҡ һыҙыҡ үткән биштәр таҡҡан булған, уны күреүселәр булһа, полицияға мөрәжәғәт итеү һорала.
Фото БР-ҙың Тәфтиш комитетынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bala-a-tashlanir-tip-kem-uyla-in-559680/
Читайте нас: