Халыҡ иҫәбен алыу – граждандарҙың хужалығы һәм тормошо тураһында статистика мәғлүмәттәрен алыу маҡсатында уҙғарылған сара ул. Ҡәтғи статистик иҫәп-хисап илдәге дөйөм хәлде күҙаллау өсөн кәрәк.
СССР рәсми барлыҡҡа килгәнгә тиклем үк хужалыҡ мәсьәләләрен хәл итеү зарурлығы тыуа, аҙыҡ-түлек проблемаһы киҫкен тора. Беренсе донъя һуғышы һәм Граждандар һуғышы тамамланғас, күп кенә шәхси хужалыҡтар бөлгөнлөккә төшә, фронттарҙа эшсе көсөн күпләп юғалтыу һөҙөмтәһендә ауыл хужалығына һәм сәнәғәткә зыян килә. Шул уҡ ваҡытта община хужалығынан коллектив хужалыҡҡа күсеү әүҙемләшә: артелдәр, коммуналар һәм башҡалар төҙөлә.
Иҫәп алыу инструкцияһында, мәғлүмәттәр статистика өсөн генә кәрәк булһа ла, халыҡ шәхси характерҙағы һорауҙарҙы һағайып ҡабул итә, тип билдәләнгән, шуға күрә иҫәп алыусыларҙы дөрөҫ мәғлүмәт алыу өсөн ныҡышмалыраҡ эш итеү кәрәклеге хаҡында иҫкәрткәндәр. Мобилизация буйынса алып китеүҙәренән ҡурҡып, һөнәри оҫталығы, йәше тураһында дөрөҫөн әйтеп еткермәгәндәр ҙә булған.
Теүәл 100 йыл элек, 1920 йылда, Рәсәйҙә бер үк ваҡытта ике иҫәп алыу сараһы ойошторолған. Улар бер-береһенән йүнәлеше менән айырылған: Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыу һәм Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу. Икенсеһе һуғыш барған биләмәләрҙе үҙ эсенә алмаған. Унда Ҡырым, Төньяҡ Кавказ, Алыҫ Көнсығыш һәм ҡайһы бер башҡа төбәктәр инмәгән. Иҫәп алыуға ил халҡының яҡынса 70 проценты йәлеп ителгән.
Ауыл хужалығы иҫәбен алыу 1920 йылдың көҙөндә, баҫыу эштәре тамамланғас, ошо тармаҡтағы хәлде күҙаллау маҡсатында уҙғарылған. Йорттар карточкаһындағы иҫәп алыу һорауҙары 1916-1917 йылдарҙа үткәрелгән ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙағынан айырылмаған. Иң элек биләмәләге йорт хужалыҡтары исемлеге төҙөлгән, йорт карточкаһы тултырылған.
Кооператив совхоздар, ауыл йәмғиәттәре, ауыл хужалығы артелдәре, коммуналар кеүек һәм башҡа категорияларға бүленгән крәҫтиән хужалыҡтары тураһында мәғлүмәттәр йыйыу иҫәп алыуҙың төп бурысы була. Бынан тыш, стандарт пункттар ҙа ҡаралған. Мәҫәлән, йорт хужаһы тураһындағы мәғлүмәттәр (исем-шәрифе, енесе, йәше, белеме, тыуған ере, тәғәйен урында йәшәү оҙайлылығы, шөғөлө).
Әлеге иҫәп алыуҙа һәр йорт хужалығына айырым “йорт карточкаһы” төҙөлөп, унда түбәндәге мәғлүмәттәр теркәлгән:
– өйәҙҙең, улыстың, биләмәнең һәм ширҡәттең атамаһы;
– йорт хужаһының исем-шәрифе;
– йортта йәшәгәндәрҙең һаны һәм йәше.
Карточканы өйрәнеп, 1920 йылда тап ошо кешенең тәғәйен биләмәлә йәшәүе, балалары, ҡатыны, башҡа туғандары һәм, иң мөһиме – йәше, йәғни хужаның яҡынса тыуған көнө тураһында аныҡ мәғлүмәт алғандар.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күпселек төбәктәрҙә 1920 йылдарҙағы шәхси белешмәләрҙе үҙ эсенә алған иҫәп алыу карточкалары юҡ ителгән, сөнки улар йәшерен мәғлүмәтте тәшкил иткән.
Өфө губернаһы кеүек этник йәһәттән ҡатмарлы төбәктә 1920 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың (Беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу сараһы, рәсми атамаһы – демографик, һөнәри, ауыл хужалығы һәм сәнәғәт иҫәбен алыу сараһы) тәүге материалдары айырым иғтибарға лайыҡ. Байтаҡ төбәктәрҙә был сараның тәүге материалдары юғалтылһа, Башҡортостан Республикаһының Милли архивында улар тулыһынса һаҡланып ҡалған. Ул Өфө губернаһы өйәҙҙәре (Минзәлә өйәҙенән тыш) буйынса ғына түгел, шулай уҡ Ырымбур губернаһының киләсәктә Башҡортостан составына ингән Ырымбур,
Верхнеурал, Троицк һәм Орск өйәҙҙәре; Ырымбур өлкәһенең хәҙерге Александровка, Переволоцк, Новосергиевка, Красногвардейск, Шарлыҡ райондары биләмәһендә урынлашҡан Башҡортостан составына инмәгән Туҡ-Соран кантоны; Арғаяш кантонына ҡараған Силәбе өлкәһенең бер өлөшө; Ҡурған өлкәһенең әлеге Сафакүл, Әлмән райондары биләмәһендәге Ялан кантоны ауылдары; Пермь өлкәһенең көньяҡ өлөшөн үҙ эсенә алған Дыуан-Ҡошсо кантоны буйынса ла 1920 йылғы иҫәп алыу материалдарына эйә. Әйткәндәй, был иҫәп алыу сараһына Бәләкәй Башҡортостан да эләккән.
1917 йылда Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы һәм ер иҫәбен алыу ҙа, 1920 йылғы иҫәп алыу ҙа ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә. Революция һәм Граждандар һуғышы йылдарында властың әленән-әле алмашыныуына, һуғыш хәрәкәттәренә бәйле биләмәләрҙә хәл, этник һәм демографик күрһәткестәр тамырынан үҙгәреп торған. Иҫәп алыу йомғаҡтарына арналған статистика йыйынтыҡтары 1923 һәм 1928 йылдарҙа донъя күргән.
Башҡортостандың Милли архивында һаҡланған 1920 йылғы иҫәп алыу материалдары илебеҙҙәге һәм республикалағы күп милләтле халыҡтың социаль-иҡтисади тормошон өйрәнеү, ғилми-тикшереү йәһәтенән ҙур әһәмиәткә эйә.