Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
24 Ноябрь 2020, 12:57

Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе

/

"Ололар һүҙе - аҡылдың үҙе", тигән халҡыбыҙ. Ағинәйҙәр, аҡһаҡалдар аҡылына иғтибар итәйек әле...

* Рәнйеш һаҡлама күңелеңдә. Рәнйеткән кешегә бер нәмә лә булмаҫ, рәнйеш һаҡлаған - һаулығы ҡаҡшаған.
* Ҡояш менән бергә тор, бергә ят. Төндә эшләнгән эштең һөҙөмтәһе булмаҫ.
* Әйтерҙән алда уйла. Һүҙҙең тылсымы бар. Ауыҙҙан сыҡты ла бөттө түгел. Кире әйләнеп ҡайта ул.
* Хәрәкәттә - бәрәкәт. Ҡояш ҡарап торғанда йоҡлап ятыу файҙа килтермәҫ.
* Һөйләр алдынан тыңла.
* Көн һайын ниндәй ҙә булһа яҡшылыҡ эшлә. Кеше яҡшылығыңды күрмәһә лә, Хоҙай күрә.
* Тәүҙә - эш, унан - уйын. Тормош кәйеф-сафа ҡороуҙан ғына тормай.
* Тирә яғыңды һәм үҙеңде таҙалыҡта тот. Йоҡлар алдынан битте, аяҡты йыуырға кәрәк, тик һалҡынса һыу менән. Эҫе һыу - тәнгә зыян.
* Һәр уңышһыҙлыҡты яҙмышҡа һылтама.
* Аҡыллы күҙәтер, тыңлар, һығымта яһар. Йүләр белмәгәнен ҡысҡырып һәйләр, аҡыл өйрәтер.
* Кешенең һәр әйткән һүҙен вәғәҙә тип ҡабул итмә.
* Ата-әсәңде рәнйетмә. Улар ғәфү итер, әммә Хоҙай алдында гонаһлы булып ҡалыуың бар.
* Аҡса һорағанға кәңәш бирмә, кәңәш һорағанға аҡса бирмә.
* Бер көнөңдө йылмайыуға бүлеп ҡара. Үҙең яңыса күрерһең, тормошоң йәмләнер.
* Ғәйеплеләрҙе эҙләмә. Кем нисек теләй - шулай йәшәй. Кеше йәки уның ҡылығы оҡшамай икән - йыраҡ йөрө.
* Кемдер һине бәхетле итер тип көтмә. Бәхет һинең үҙеңдән башлана.
(Интернет селтәренән).
Фотола - Баймаҡ районының Түбәнге Яйыҡбай ауылы ағинәйе Зәлифә Хәсәнова.
Кәримә Усманова фотоһы.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ololar--e-a-ildi--e-558108/
Читайте нас: