Хәйбулла хәбәрҙәре
+2 °С
Ямғыр
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 21:51
Ирекмәндәр үҙәге асыла
Үҙен ошо эштә һынап ҡарарға теләгәндәр яҙмала күрһәтелгән һылтанма буйынса үтеп, анкета тултырып ебәрә ала.
Башҡортостандың Конгресс-бюроһы “БашВолонтер” тип аталған ирекмәндәр үҙәге аса. Теләге булғандар ошо командаға ҡушыла ала.
Ирекмән булыу – төрлө сараларҙа ойоштороу комитеттарының айырылғыһыҙ өлөшө булыу, республиканы, уны иҡтисади яҡтан, социаль өлкәһен үҫтереүгә өлөш индереү тигән һүҙ.
Ирекмән булып эшләгәндәр төрлө һөнәри өлкәләрҙә яҡшы тәжрибә туплай, бихисап ҡала, хатта илдәрҙән ҡыҙыҡлы кешеләр менән хеҙмәттәшлек итә, башҡа бер төбәктә йә сит илдә эшләп тәжрибә туплау мөмкинлегенә лә эйә була.
Ирекмәнлектә үҙен һынап ҡарарға теләгәндәр ошо һылтанма буйынса үтеп, анкета тултырып ебәрә ала:
https://congressrb.bitrix24.ru/pub/form/5/4bhw6x/
Фотолар: congressrb.bitrix24.ru
Автор: Равиля Гатауллина
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Irekm-nd-r--ge-asila-557597/
Читайте нас: