Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Ноябрь 2020, 22:15

Балконда – Ҡыш бабайҙар

*

Календарь буйынса әле көҙҙөң һуңғы айы дауам итә. Яңы йыл байрамын тиклем биш аҙнанан ашыу ваҡыт бар. Ә бына Салауат ҡалаһындағы Космонавтар бульварында йәшәгән ғаилә Яңы йыл байрамына балконын биҙәп тә ҡуйған. Ҡыш бабайҙарҙың береһе балкондан сәләмләһә, икенсеһе тоғон йөкмәп менеп бара.
Ә һеҙҙең өй эсендә Яңы йылға әҙерлек һиҙелмәйме әле? Бәләкәстәрегеҙ “Шыршы биҙәйек”, “Ҡыш бабай ҡасан килә?” тип йөҙәтмәйме? Ғөмүмән, Яңы йылға әҙерлекте ҡасаныраҡ башлап ебәрәһегеҙ?
Фото: Петр Брусенков.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: