Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Ноябрь 2020, 17:09

Ике меңдән ашыу кеше ҡатнаша

/

23 ноябрҙә инвалидтар һәм һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында һөнәри оҫталыҡ буйынса VI “Абилимпикс” милли чемпионаты башлана. Ул 29 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Быйылғы сарала Рәсәйҙең 83 төбәгенән ике меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Уҡыусылар, студенттар, тармаҡ белгестәре белем биреү ойошмалары майҙансыҡтарында 77 компетенция буйынса көс һынашасаҡ. “Ашнаҡсы эше”, “Тегенсе”, “Автомобиләрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү” кеүек төрҙәрҙә ҡатнашыусылар күберәк буласаҡ.
Сара онлайн форматта үтәсәк. Мәскәүҙән баш белгестәр реаль ваҡытта ярыш барышын күҙәтәсәк. Ә Башҡортостандан 34 компетенция буйынса 51 кеше үҙ көсөн һынаясаҡ. Улар мәғлүмәт технологиялары, хеҙмәттәр күрһәтеү тармағы, мәғариф, медицина, тегеү һәм ашнаҡлыҡ эше, робот техникаһы буйынса ярыштарҙа ҡатнашасаҡ.
Быйыл беренсе тапҡыр студенттар “Социаль эш”, “Автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү”, “Плакат дизайны” компетенциялары буйынса үҙ көсөн һынаясаҡ. Беҙҙең командалар өсөн ярыштар Өфө, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларындағы 13 майҙансыҡта үтә.
Фото: gorodarmavir.ru
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Ike-me-d-n-ashiu-keshe-atnasha-555063/
Читайте нас: