Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 01:49

Үткәндәрһеҙ киләсәк юҡ

http://bashkortlar.ru/dyurtyuli

Дүртөйлө районы республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Ул Ағиҙел буйының убалы тигеҙлеген, урман-дала зонаһын биләй. Бына ошо бәрәкәтле ерҙә күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы Шәйехзада Бабич, Башҡортостандың, Татарстандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Фидан Ғафаров һәм башҡа арҙаҡлы шәхестәр тыуып үҫкән.
“Минең тыуған яҡ. Минең ауылым. Минең тарихым” ғилми-ғәмәли конференцияһы республиканың төньяҡ-көнбайыш райондарында тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешендәге ғилми тикшеренеүҙәрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән.
Онлайн форматта үткәрелгән сарала республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев, Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы вице-президенты Айтуған Аҡманов, Башҡортостан Үҙәк тарих архивының бүлек етәксеһе Зөлфәр Ғәтиәтуллин, “Шәжәрә” Башҡортостандың тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошмаһы етәксеһе Салауат Хәмиҙуллин, республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов һәм башҡалар ҡатнашты. Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Марат Зөлҡәрнәев 1 декабрҙә тыуған яҡты өйрәнеүселәр форумының онлайн ойоштороласағы хаҡында әйтте.
Республиканың Тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәте “Башархив” тигән бик үҙенсәлекле проект эшләгән. Ул тарихта беренсе тапҡыр Башҡортостанда йәшәүселәргә 5740 документты асыҡ рәүештә файҙаланыу мөмкинлеген бирә. Әйткәндәй, Рәсәй Федерацияһының ни бары биш төбәгендә генә 1917 йылғы халыҡ иҫәбен алыу архивтары һаҡланған. Был мәғлүмәттәр бик ҡиммәт, сөнки улар совет осоронда халыҡ иҫәбен сәйәсиләштергәнгә тиклем тупланған. Һәр крәҫтиән ғаиләһенә (ихатаға) карточка төҙөлгән һәм унда иҫәп алыусыларҙың һорауҙарға биргән яуаптары яҙылған.
Сарала “Без башҡортлар” методик әсбабы һәм уның Дүртөйлө районына арналған баҫмаһы менән дә таныштырҙылар.
– Был брошюраларҙың маҡсаты – кешегә үҙ тарихын өйрәнеүҙә, тамырҙарын белеүҙә ябай итеп аңлатыу, – тине республиканың Стратегик тикшереүҙәр институтының Социологик-мәҙәни үҙәге етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты Юлдаш Йосопов.
“Без башҡортлар” брошюралары, “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары. Дүртөйлө районы башҡорттары” документтар йыйынтыҡтары тыуған яҡты өйрәнеүселәр, ғөмүмән, тарихи һәм нәҫел ептәрен белергә теләгән һәр кем өсөн кәрәк. Тап тарихи үткәндәрҙе яҡшы белеү быуын сылбырҙарын өҙмәҫкә булышлыҡ итә.
Уңайлы булһын өсөн брошюралар сайт (http://bashkortlar.ru/dyurtyulil) формаһында бирелгән. Теләгәндәрҙең улар менән танышыу мөмкинлеге бар. Әйткәндәй, хәҙер Дүртөйлө районы һәм Дүртөйлө ҡалаһы тарихы менән ҡыҙыҡһыныусылар өсөн йыйынтыҡтар аңлайышлы һәм таныша алырлыҡ булды.
Дүртөйлө тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейының ғилми хеҙмәткәре Лариса Сәлихова “Дүртөйлө. Минең тыуған яҡ. Минең ауылым. Минең тарихым” тигән темаға арналған докладында район тарихы хаҡында бәйән итте.
Фото: социаль селтәрҙән.
Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас: