Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
20 Ноябрь 2020, 17:36

САЛАУАТТЫҢ МОНУМЕНТАЛЬ ҺЫНЫН ҠОЙҒАН ШӘХЕС

/

Күренекле скульптор Сосланбек Тавасиевтың тыуыуына 125-йыллыҡҡа арналған төбәк-ара ғилми-ғәмәле конференция үтте.
Осетин халҡының бөйөк улы Сосланбек Тавасиев - Башҡортостан өсөн күп йылдарға торошло бүләк эшләгән шәхес. Ул милли батырыбыҙ Салауат Юлаевҡа монументаль һәйкәл ҡуйған кеше. Был скульптура бөгөн дә Рәсәй кимәлендә иң яҡшы һыбайлы һәйкәле тип иҫәпләнә.
Сосланбек Тавасиев Салауат Юлаевҡа һәйкәл эшләү ниәте менән Өфөгә 1941 йылда килә һәм биш йыл дауамында ҡаланың Ленин урамында йәшәй. Салауат Юлаев хаҡында алдан ишеткән автор, һөйкәл эшләү теләген дә үҙе белдерә. Өфөлә төп эше - буласаҡ һәйкәлдең макетын ҡороу, урындағы халыҡтың йәшәйешен өйрәнеү, тейешле натура эҙләү була. Ләкин хыялында йөрөткән хеҙмәтен аҙағына сығарыу өсөн Тавасиевҡа әллә-күпме ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килә.
Белгестәр билдәләүенсә, Салауат Юлаевҡа урынды ла Сосланбек Тавасиев үҙе һайлай:"Тик ошонда башҡа бер ерҙә лә түгел, юҡһа мин һәйкәлдән баш тартам",- ти ул. Сөнки Башҡорт АССР-ы хөкүмәте шәхси йорттар менән йәшәгән кешеләрҙе күсереү ҡыйынлығынан ҡасып, һәйкәлгә бөтөнләй икенсе урын күрһәтә.
Скульпторға эш алып барыу өсөн аҡса йүнләп бүленмәй, ул барыһын да үҙ аҡсаһына һатып алып эшләй. Ошо ваҡыттан 25 йыл үткәс кенә, һәйкәлде Ленинград заводында бер-нисә йыл дауамында ҡоялар. Унда ла бронза сеймалы етмәгәс, скульптура суйындан ҡойола. Өфөгә алып ҡайтҡас, Салауат Юлаевтың урыны әҙер булмай сыға. Һәйкәл тағы ла йыл ярым складта ята. Шунан һуң ғына милли батырыбыҙ үҙенең хәҙерге урынын биләй. 10 метрлыҡ мөһабәт Салауат Өфөгә килгән һәр кемде Ағиҙел ярында сәләмләй.
Төбәк-ара конференияла сығыш яһаусыларҙың фекере уртаҡ булды, ошо ҡаҙаныштарҙың барыһы өсөн дә беҙ скульптор Сосланбек Тавасиевҡа бурыслы. Сөнки Салауат Юлаев һәйкәле - Башҡортостандың йөҙөк ҡашы, йәш быуын өсөн батырлыҡ майҙаны, ә совет, Рәсәй һынлы сәнғәте өсөн әле лә юғары ҡаҙаныш булып ҡала.
Автор Гөлнур Ишбулатова.
Читайте нас в