Уҙған быуаттың 90-сы йылдары башында халҡыбыҙҙа рух күтәрелеп, бихисап изге эштәр башланғайны. Тап шул осорҙа республикабыҙ яңы үҫеш юлына баҫты, дәүләт символдарыбыҙ – флагыбыҙ, гербыбыҙ, гимныбыҙ барлыҡҡа килде.Ул йылдарҙа көн һайын иртәнге сәғәт 7-лә телевидение һәм радио тулҡындары аша башҡорт һәм рус телдәрендә гимныбыҙ башҡарыла ине. Тик йылдар буйы йәшәп килгән ошо матур традиция бер көн килеп ни өсөндөр үҙгәртелде: бынан бер нисә йыл элек гимнды таңғы сәғәт 6-ла тапшыра башланылар.
Минеңсә, был бигүк дөрөҫ үҙгәреш булманы, сөнки беҙ гимндың һәр ваҡыт иртәнге 7-лә яңғырауына өйрәнеп бөткәйнек. Ә 6-ла халыҡтың күпселек өлөшө йоҡоһонан да уянмаған була.
Теләгемде еткергем килә: республикабыҙ гимнын элеккесә иртәнге сәғәт 7-лә тапшырһағыҙ ине. Быны эшләү мөмкинме?
Мөхәмәт ХӨСӘЙЕНОВ.
Иглин районы,
Ауструм ауылы.
Гәзит уҡыусының һорауына “Юлдаш” радиоһының баш мөхәррире Миләүшә ЙӘҒӘФӘРОВА яуап бирҙе:
– 2000 йылдың 25 декабрендә ҡабул ителгән (2013 йылдың 21 декабрендә мөхәррирләнгән) “Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны тураһында” Федераль конституцион закондың 4-се статьяһында түбәндәгеләр билдәләнә:
Рәсәй Федерацияһының Дәүләт гимны дәүләт телевидение һәм радиотапшырыуҙар компаниялары тарафынан тапшырыла:
* көн һайын – тапшырыуҙар башланған һәм тамамланған мәлдә, тәүлек әйләнәһенә эшләгәндә – урындағы ваҡыт менән 6.00 һәм 24.00 сәғәттә;
* Яңы йыл төнөндә – урындағы ваҡыт буйынса Мәскәү Кремленең Спас башняһында сәғәт һуғыуын тапшырғандан һуң.
Бына ошо ҡанунға ярашлы, “Юлдаш” радиоһы, тәүлегенә 24 сәғәт эшләгән радио булараҡ, 6.00 һәм 24.00 сәғәттә Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы гимндарын тапшыра.
Фото:
tviz.tv