Был хәл йәй көнө була, ләкин үҫмерҙең тыйнаҡлығы арҡаһында уның батырлығы тураһында яңы ғына билдәле булды.
15 йәшлек Эдуард Таһиров Әбйәлил районының Гусев ауылындағы Әүнәш йылғаһы ярында ял иткәндә бер үҫмерҙең батып барғанын күрә. Күп уйлап тормай, ярҙамға ташлана.
– Уның аяҡтары ағасҡа бәйләнгән бауға уралған ине. Мин уны сисеп, үҫмерҙе ярға сығарҙым, – ти йәш ҡотҡарыусы.
Ҡотҡарылған 16 йәшлек егет Эдуардтан күпкә кәүҙәлерәк булған, әммә ул батып барыусыны ҡотҡарып булырмы тип икеләнмәй, шунда уҡ ярҙамға ашыға.
Үҫкәс, Эдуард медицина хеҙмәткәре йәки ҡотҡарыусы булырға хыяллана. Ике һөнәрҙең ҡайһыһын һайлаһа ла, яңылышмаҫ, сөнки ул әле үк һәр кемгә ярҙамға килергә әҙер булыуын күрһәтте.