“Барыһы ла яҡшы башланғайны. Танышҡан саҡта 18 йәш тә юҡ ине әле миңә. Тыуған көнөмә бер аҙна ваҡыт ҡалғас, мин, илебеҙҙең баш ҡалаһына белем алырға килгән ҡыҙ, үҙемдән ун өс йәшкә оло ир менән таныштым. Әллә күпмегә ҙурыраҡ булыуы ла туҡтатманы: ул миңә аҡыллы, көслө, иңемә төшкән бар ауырлыҡтарҙы хәл итерлек һәм үҙемде яҡларлыҡ кеше кеүек тойолдо. Үҙем атайһыҙ үҫкәнгәлер, Альбертҡа тиҙ өйрәндем. Хәҙер уйлайым да, булмаған атай һөйөүен унан эҙләгәнмендер, күрәһең.
Танышҡандан һуң оҙаҡ ваҡыт та үтмәне, бергә йәшәргә тәҡдим итте Альберт. Мин ни, уға мөкиббән киткән кеше, ризалығымды биргәнемде һиҙмәй ҙә ҡалдым. Ярты йыл арыу ғына торҙоҡ: ул үҙенең “статус”ын һаҡларға тырышты. Бик иртә шатланғанмын икән...
Бер аҙҙан Альберт “йәшһең әле, әйҙә, аҡсаны үҙем тотам”, “аҙыҡ-түлекте икәү һатып алайыҡ”, “был күлдәкте кейергә ярай, ә быныһын – юҡ...” ти башланы. Ул ваҡытта иремдең был ҡылыҡтарына артыҡ иғтибар итмәй, хәстәрлек тип ҡабул итә инем.
Ә бер көндө балаға уҙғанымды аңланым, тик иремә был хаҡта бер ҙә әйткем килмәй ине: ялҡҡайным уның даими эҙәрлекләүҙәренән. Шул ваҡыт үҙемдең яңғыҙ икәнлегемде аңланым: баҡтиһәң, әсәйем менән ныҡлап аралашмайым, кейәүгә сыҡҡас, әхирәттәрем менән дә күрешмәйем икән. Шулай итеп, барыбер иң беренсе булып уға әйтергә тура килде үҙем өсөн ҡыуаныслы яңылыҡты.
Бына ошо мәлдән алып туғыҙ ай буйы Альберттың даими күҙәтеүе аҫтында йәшәнем. Ә һуңғараҡ ул, ЗАГСҡа барып, никахыбыҙҙы минһеҙ теркәтеп тә ҡуйҙы.
Бала тыуғас, иң ҡурҡынысы башланды. Мин хәҙер уның даими контролендә инем. Нимә ашайым, кейәм. Ҡайҙа барам, кемгә шылтыратам... Уның ризалығынан тыш бер нимә лә эшләй алманым, өҫтәүенә ҡул да күтәрҙе. Бала бәләкәй булһа ла, эшкә сығырға ҡушты. Аҙаҡ иһә хеҙмәт урынындағы бар ир-егеттән дә мине көнләште. Ә эшем дә, ҡыҙыҡһыныуҙарым да уға барыбер ине.
Ошо ваҡытта ниндәй хәлгә ҡалғанымды ныҡлап аңлай башланым. Иремдең һәр бағананан тиерлек көнләшеүе, һәр аҙымымды күҙәтеүе, ирекһеҙләүе – барыһы ла тамам ялҡытты. Улым менән урамда саф һауала ла иркенләп йөрөй алмауым йөрәгемде бөтөрҙө. Хәҙер инде уның менән ҡалыуы ла, унан китеүе лә хәүефле ине. Бәләкәй бала менән барырлыҡ урыным да юҡ...
Шулай итеп, иремдән бала менән ҡасыу планын ҡора, бының өсөн аҡса йыя, интернет аша элекке дуҫтарым менән дуҫлыҡ ептәрен тергеҙә башланым. Баҡтиһәң, башта уҡ уларҙың ҡайһы берҙәре беҙҙең никахҡа ҡаршы булған. Тик мин, ул саҡта иремә мөкиббән ғашиҡ йән, бер нимә лә күрмәгәнмен дә, ишетмәгәнмен дә. Эх, йәш саҡ, иҫәр саҡ...
Бер көн Альберт кискә тиклем икенсе ҡалаға сығып киткәйне. Был ваҡытта байтаҡ аҡса туплап өлгөргәйнем. Таныш ҡыҙға шылтыраттым. Ул килгәс, тиҙ генә үҙемә һәм балама иң кәрәкле әйберҙәрҙе йыйҙыҡ, телефонды фатирҙа ҡалдырҙыҡ та сығып киттек. Икенсе ҡалала бер бүлмәле фатирҙы ҡуртымға алдыҡ. Шулай итеп, тыныс тормош башланды, улым да һаташмай ғына йоҡлай башланы.
Башта бер ай буйы таныш ҡыҙ беҙҙең менән бергә йәшәп торҙо. Иң ауыр минуттарымда ул һәр йәһәттән ярҙам итте. Аҙаҡ, ярты йыл үткәс, иремә хат яҙҙым, никахты тарҡатыу кәрәклеге хаҡында һораным, тик адресты яҙманым. Ярай әле, ул да беҙҙе эҙләп йөрөмәне. Судҡа ғариза биргәндән һуң ярты йыл үткәс, никахыбыҙ рәсми тарҡалды...
Тормошта яҡындарыңдың кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк икән: улар барыбер насарҙы кәңәш итмәҫ. Минән дә әсәйем менән яҡындарым Альбертҡа кейәүгә сыҡмауымды үтенгәйне. Ә мин ҡолаҡ та һалманым. Бының һөҙөмтәһе – емерелгән яҙмышым...”
(Радмила исемле ҡатындың һөйләгәндәренән).