Республиканың төрлө ҡала һәм райондарында коронавирус сиренә ҡаршы көрәшкән табиптарға рәхмәт әйтеү, уларҙың ауыр хеҙмәтен баһалау, изгелек күрһәтеү маҡсатында төрлө акциялар ойошторола.
Хәйбулла районының мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Аҡъяр телевидениеһы, “Ғаилә”, “Күстәнәс”, “Ҡамыр батыр” икмәкханалары менән бергә “Бәлеш бешер ҙә табиптарға рәхмәт әйт!” тип аталған Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.
Был сара еңел булмаған эпидемиологик ваҡытта сиргә ҡаршы алғы сафта барған табиптарға рәхмәт әйтеү, хөрмәт белдереү маҡсатында ойошторола.
Күңел йылыһы һалып бешерелгән тәмле һәм татлы ризыҡтар Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды.
Фото Хәйбулла районы хакимиәте сайтынан.