“Пятница” телеканалында барған “Орел и решка” тапшырыуының сираттағыһы Башҡортостанда төшөрөлөүе, алып барыусылар Регина Тодоренко менән Тимур Родригезтың Иглин районының Иван-Казанка ауылында 100 долларлыҡ купюра йәшереүе, уны табырға теләүселәрҙең күп булыуы тураһында хәбәр иткәйнек.
100 долларлыҡ купюраны Өфөнән ағалы-ҡустылы (ике туғандар) Герман Лазарев менән Александр Молодцов тапты. Улар “Башинформ” агентлығына быны нисек эшләүҙәре тураһында һөйләгән.
“Беҙ был мәлдә ғаиләбеҙ менән Охлебининдағы дачабыҙҙа инек. Был урындан аҡсалы шешә йәшерелгән ергә барып етеү – биш минутлыҡ юл. Тапшырыу тамамланып та өлгөрмәне, мин ағайым Александрға шылтыраттым да машинаға сығып та ултырҙым”, - тип һөйләй Герман.
Ғаилә чатында туғандары уларға алып барыусылар тарафынан әйтелгән координаталарҙы ебәрә.