Хәйбулла хәбәрҙәре
-9 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 12:14
"Ҡайҙа ерләнгәнен белгебеҙ килә..."
Ҡазан ҡалаһында иҫтәлеген мәңгеләштерер өсөн үҫәргән ырыуы башҡорто, Башҡорт хөкүмәте рәйесе Мөхәмәтхан Ҡулаев тураһында мәғлүмәт туплайҙар.
Татарстан башҡорттары шундай үтенес менән мөрәжәғәт итә: "Ҡазан ҡалаһында иҫтәлеген мәңгеләштерер өсөн Мстислав Александрович Ҡулаев (Мөхәммәтхан Сәхипгәрәй улы) тураһында мәғлүмәт туплайбыҙ. Уның Ҡазанда йәшәгән осоро һәм ерләнгән урыны хаҡында белгән кешеләрҙе эҙләйбеҙ".
Яҡташыбыҙ 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһының Орск өйәҙенең Ейәнсура ауылында тыуа. 1902 йылда Ҡазан университетын тамамлағас, уны Бәләкәй Илсекәй ауылына табип итеп эшкә ебәрәләр. Бер йылдан кире ҡалаға ҡайта. 1903 – 1913 йылдарҙа Александр дауаханаһында эшләй.
Шунан уны Польшаның Варшава ҡалаһына ебәрәләр, унда өс йыл хәрби госпиталдә баш табип була. 1917 йылда йәнә Ҡазанға ҡайта.
1918 йылдың йәйенән 1919 йылдың йәйенә тиклем Өфөлә Башҡорт хөкүмәте ағзаһы була.
Шунан һаулығы буйынса дәүләт вазифаларын ҡалдыра һәм 1958 йылға тиклем – ғүмеренең ахырынаса – Татарстанда йәшәй. Табип була, туған тел мәсьәләләрен өйрәнә.
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/bash-ort-donya-y/ay-a-erl-ng-nen-belgebe-kil-540640/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?