Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
12 Ноябрь 2020, 17:24

35 ЙӘШКӘ ТИКЛЕМГЕЛӘР ЙӘШТӘР РӘТЕНӘ ИНДЕРЕЛӘ

/

Дәүләт Думаһы йәштәр рәтенә инеүселәрҙең йәшен 30 йәштән 35 йәшкә тиклем күтәреү тураһында закон проектын беренсе уҡыуҙа хупланы.
Шулай уҡ документ “йәштәр”, “йәш ғаилә”, “йәштәр сәйәсәте”, “йәштәр йәмәғәт ойошмаһы” төшөнсәләрен билдәләй. 35 йәшкә тиклемгә күтәреү, йәш кешегә йәштәр өсөн ҡаралған дәүләт ярҙамы алыу мөмкинлеген арттырасаҡ. Дәүләт Думаһының физик культура, спорт, туризм һәм йәштәр эштәре комитеты рәйесе Борис Пайкин белдереүенсә, был закон Рәсәй йәштәре һанын тағыла 12 миллионға арттырасаҡ. “Шулай итеп, социаль ярҙам алыу мөмкинселеге менән 41 миллиондан ашыу кеше файҙалана ала”,- тине ул.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/35-y-shk-tiklemgel-r-y-sht-r-r-ten-inderel-541259/
Читайте нас в