Башҡортостанда һауа шарттарының боҙолоуы күҙәтелә. Өфөлә һәм республиканың ҡайһы бер райондарында еңелсә буран, юлдарҙа боҙлауыҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы ЮХХДИ-нан.
«Водителдәргә тиҙлек режимын һәм арауыҡты һаҡларға кәңәш бирәм. Бер-берегеҙҙе һаҡлағыҙ!», — тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан Республикаһының баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов «Фейсбук»та.
Бынан тыш, Өфө мэрияһында үткән оперативкала водителдәргә йәйге тәгәрмәстәрҙе ҡышҡыһына алмаштырырға кәңәш иттеләр.
https://www.bashinform.ru/bash/1519744/