Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Ноябрь 2020, 11:20

Халыҡҡа уңайлы булһын өсөн

Ҙур Арыҫланғол ауылында яңы автобус туҡталышы ҡоролдо

Көсөргәнешле иҡтисади һәм эпидемиологик хәл булыуға ҡарамаҫтан, республикала иғлан ителгән Зауыҡлы биләмәләр йылы сиктәрендә район ауылдарында төрлө төҙөкләндереү эштәре башҡарыла.
Ошо арала Ҙур Арыҫланғол (Сик) ауылынан оло юлға сыҡҡан урында яңы автобус туҡталышы төҙөлдө. Халыҡ был матурлыҡты боҙмай, һаҡсыл ҡулланыр тигән ышанста ҡалабыҙ.
Читайте нас: