Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Ноябрь 2020, 13:18

Яңы тапшырыуҙы ҡарамай ҡалмағыҙ!

Хәҙер өс сәғәтлек телемарафон тура эфирҙа бара. Фекер алышыуҙа йырсы Алһыу ҙа ҡатнаша.

15 ноябрҙә иртәнге сәғәт 11-ҙә БЮТ телеканалында онлайн тәртибендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы уҙғарыла.
“Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” – республикалағы гүзәл заттарҙың ижади һәм социаль һәләттәрен тормошҡа ашырыу өсөн берләшмә булдырыуға йүнәлтелгән хәйриә проекты. Ҡатын-ҡыҙҙар проект аша үҙҙәре, һәләттәре хаҡында белдерә, фекерҙәштәр, аҡса эшләүҙең яңы алымдарын таба, ғаиләһенең тормошон яҡшы яҡҡа үҙгәртә ала.
Күмәк саралар үткәреүҙе сикләү сәбәпле, асыҡ академия үткәреү форматын алмаштыра: хәҙер өс сәғәтлек телемарафон тура эфирҙа бара. Тапшырыу майҙансығы – Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.
Асыҡ академия өсөн төп темалар – сәләмәтлек һәм матурлыҡ, балалыҡ һәм әсәлек, сәнғәт һәм стиль, психология һәм үҙ-үҙеңде үҫтереү. Эфирға саҡырылған эксперттар, башҡа ҡунаҡтар ошо мәсьәләләрҙе тикшерәсәк. Фекер алышыуға федераль спикерҙар – психолог Михаил Лабковский, йырсы Алһыу ҡушыла.
Фото: su30.mintrudrb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: