Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
4 Ноябрь 2020, 21:23

Указға – йәнә үҙгәреш

/

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тураһындағы указға үҙгәрештәр индерҙе.
Документтың яңы редакцияһына ярашлы, мәктәп каникулы 19 октябрҙән 8 ноябргә тиклем оҙайтыла. Юғары уҡыу йорттарында сығарылыш курс студенттары ғына туранан-тура уҡый, ҡалғандар – ситтән тороп. Бынан тыш, университеттар 2 ноябрҙән туранан-тура һәм (йәки) дистанциялағы технологиялар ҡулланылған әҙерлек йүнәлештәре исемлеген билдәләргә тейеш.
“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан идаралығы менән килешеү буйынса, республика Хөкүмәте коронавирусты лаборатор диагностикалау мөмкинлеген киңәйтеү маҡсатында Һаулыҡ һаҡлау министрлығы ҡарамағындағы лабораториялар һанын арттырыу сараһын күрергә тейеш. Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығына сит илдәрҙән ауырып килгән кешеләргә, коронавирус сирлеләр менән бәйләнештә булғандарға, “пневмония”, “киҙеү”, “киҫкен респиратор вируслы инфекция” диагнозы ҡуйылған пациенттарға, интернаттарҙа, балалар йорттарында, балалар лагерҙарында, өлкәндәр пансионаттарында, башҡа стационар социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында, хөкөм-башҡарыу системаһы ойошмаларында булған һәм респиратор сирҙән яфаланған кешеләргә, респиратор ауырыу йоҡтороп медицина ойошмаһына мөрәжәғәт иткән 65 йәштән өлкәндәргә, һөнәри эшмәкәрлектә ауырыу йоҡтороу хәүефе булған медицина ойошмалары, вахта ысулы менән эшләгән социаль хеҙмәтләндереү, хөкөм-башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, ойошҡан коллективтарҙағы балаларға (сирлеләр булған осраҡта) мотлаҡ тест яһауҙы тәьмин итергә ҡушылды.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығы шулай уҡ биологик материал ебәргән медицина ойошмаларына тест һөҙөмтәләрен йылдам тапшырыуҙы тәьмин итергә тейеш.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ukaz-a--y-n--g-resh-528525/
Читайте нас: