Нефтекамала үҙҙәрен йылылыҡ селтәрендә хеҙмәт итеүсе тип таныштырған ике ҡатын пенсионерҙы алдап ҡасҡан.
Ҡала полицияһына ошондай мөрәжәғәт менән 83 йәшлек ҡатын ғариза яҙған. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, фатирына ике билдәһеҙ ҡатын килеп, үҙҙәрен йылы биреү системаһын тикшереүсе тип таныштыра. Тик, улар сығып киткәс, пенсионер 190 мең һум аҡсаһын, алтын биҙәүестәрен тапмай. Полиция әлеге ике ҡатынды эҙләүгә биргән.
Фотолағы кешеләрҙе берәй ерҙә күреүсе булһа, полицияның дежур бүлегенә (2793902), йә булмаһа, Эске эштәр министрлығының ышаныс телефонына (2793292,) йә берҙәм 02 һандарына шылтыратыуығыҙ һорала.
- Оло йәштәге туғандарығыҙҙы билдәһеҙ әҙәмдәрҙе тупһанан үткәрмәҫкә, кәрәк булған осраҡта, улар килгән ойошмаға шылтыратып белешергә, шәхестәрен күрһәткән документтарын ҡарарға тартынмаҫҡа кәрәклеген ҡат-ҡат иҫкәртеп тороғоҙ, - тиҙәр Эске эштәр министрлығы бүлексәһендә.
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ishanip-ishek-as-an-524541/