Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2020, 10:40

“Көслөләр ҡул күтәрмәй”проекты эш башлай

/

Тәү ҡарашҡа проекттың атамаһы сәйер яңғыраған кеүек. Ысынында иһә был бит беҙҙең ысынбарлыҡҡа, йәмғиәтебеҙҙәге йәмһеҙ күренештәргә йүнәлтелгән, уларҙы күрмәҫкә тырышыу мөмкин түгел. Башҡортостанда эш башлаған “Көслөлөр ҡул күтәрмәй” проекты ғаиләләге ирекһеҙләү, мәктәптәге буллинг, хайуандарҙы язалау, шулай уҡ ғәҙелһеҙ рәүештә үҙеңдән көсһөҙҙөрҙе йәберләү күренештәренә түҙеп тормаясаҡ.
Ошо сильныенебьют.рф сайтына инеп, йәберләүгә, туҡмалыуға дусар булғандарҙың ярҙам алыуға мөмкинлеге бар. Ваҡытлыса йәшәү урыны менән тәьмин итеү, юрист һәм психолог кәңәше биреү менән бергә ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бушлай психологик ярҙам программаһы ойошторола. Балалар өсөн дә реабилитация программалары ҡаралған. Ҡыҙыу линияның телефон номеры: 8-347-286-02-53.
Проекттың маҡсаты - үҙенән көсһөҙөрәктәргә бер ҡасан да ҡул күтәрмәгән һәм башҡаларҙың хоҡуҡтарын ҡыҫмаған, намыҫына теймәгән, киреһенсә, ярҙамға мохтаждарҙы яҡлаған “көслө кеше” образын пропагандалау. Авторҙарҙың фекеренсә, йәмғиәттә һәр кем көс, ресурстар һәм йоғонто өсөн үҙ яуаплылығын тойғанда, бәләкәйҙән башҡаларҙың иркенә ҡарата хөрмәт тәрбиәләнгәндә, әлеге кеүек бәғерһеҙлек, агрессия, көс ҡулланыу, буллинг кеүек йәмһеҙ күренештәр, проблемалар тыумаҫ ине. Проектты барыбыҙға билдәле Валерия, Оксана Пушкина, Флүрә Мурзина, Каринэ Хәбирова, Александр Карелин, Эльбрус Ниғмәтуллин хуплаған.
Фото:9111.ru
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-sl-l-r-ul-k-t-rm-y-proekti-esh-bashlay-524486/
Читайте нас: