Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Ноябрь 2020, 15:07

ХОҠУҠ ДАИРӘҺЕ

/

Әбей-бабайҙарҙың бер өлөшө саманан тыш шикселгә әйләнһә, бәғзеләре, киреһенсә, барыһына ла тиҙ ышанып бара.
Нисәмә тапҡыр яҙҙыҡ инде – нимә генә һөйләмәһендәр, таныш булмаған кешеләрҙе өйөгәҙгә индермәгеҙ, кемдер эш буйынса килә икән – документтарын башта ентекләп тикшерегеҙ. Уларҙы ебәргән учреждениеға телефондан шылтыратып хәлде асыҡлау ҙа һис артыҡ түгел.
Учалы ҡалаһында көн күргән 77 йәшлек апай сираттағы жуликтарҙың ҡармағына эләкте. БР буйынса Эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ишегенә таныш булмаған ир шаҡылдата ла, мин – коммуналь хеҙмәт вәкиле, газ ҡорамалдарын тикшерер кәрәк, тип белдерә. Хужабикә документтарын ҡарамайынса уны индерә, газ плитаһын “тикшергәнен” үҙе күҙәтеп тора. Ә шул арала, былар кухняла булған ваҡытта, ялған “газсының” әшнәһе шым ғына фатирға инә лә, аҡса урлай, тип версия ҡорола хәҙер. Апайһың 6 мең һум аҡсаһы ләм-мим юғала бит.
Әллә ни ҙур аҡса ла түгелдер, әммә оло кешегә һәр тине ҡәҙерле инде. Өҫтәүенә, бындай ҡәбәхәттәрҙе өйгә индереү ҡурҡыныс – енәйәтселәрҙең башына ни генә килмәҫ, айырыуса иҫерек йә наркотик ҡулланған булһалар... Хоҙай һаҡлаһын!
Автор Ильфат Янбаев.
https://yaikrb.rbsmi.ru/news/Ho-u-dair-e-524963/
Читайте нас: