Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
30 Октябрь 2020, 19:11

Донъяла көҙ булһа ла, ғүмер көҙө етмәгән

Эшһөйәр чехтар бар байлыҡтан өҫтөн тора.

Рәсәйҙең, Европаның һәр урынындағы һымаҡ, Чехияның пайтәхете Прагала ла хәҙер сыбар көҙ. Влтава йылғаһы ярҙарындағы тәбәнәк кенә түбәләргә төйәкләнгән боронғо был ҡаланың гүзәллектәрен йәнә бер тәфсирләүҙе туристарға тәғәйенләнгән белешмә авторҙарына, йә булмаһа, юлъяҙма менән мауығыусыларға ҡалдырайыҡ. Әгәр чехтар илендә боронғо цивилизация үҙ ҡаҙаныштарын матди сүрәттә лә, рухи-мәҙәни ҡомартҡыларҙа ла ҡалдырһа, башҡорт ерендә – тәбиғәттең цивилизациялы хәстәрлек көткән гүзәллеге, халыҡтың мөкиббән ихласлығы, йәнә лә этно-мәҙәни үҙенсәлектәре бар. Илдәр араһында туризм мөмкинлектәре йәһәтенән ярыш ойошторорға ярамай, сөнки һәр ғәмәл өсөн объектив шарттар була.

Берҙәй ҡанундар

Ошо урында рухи остазыбыҙ Мостай Кәримдең фекерҙәренән хуплау эҙләр инем: “Төрлө ҡәүемдәрҙең матди, рухи мәҙәниәт­тә­ренең үҫешеү тиҙлеге һәм кимәле, мәғлүм­дер, төрлөсә булған. Үҙенең ижади дәртен берәүҙәр – иртә, икенселәр аҙағыраҡ бойомға ашыра алған, өсөнсөләр уны уңайы килеп сыҡҡансы көткән. Тупраҡҡа бер мәл һибелгән тос орлоҡтар ҙа дәррәү һәм шул миҙгелдә генә шытып сыға алмай. Мәңгелек өсөн дә, керпек һирпер араға ла – берҙәй үк ҡанун. Ошо саҡта мин рухи күтәренкелек һәм төшөнкөлөк кисереп тә үҙенең ижади дәртен алдағы быуындар өсөн дә һаҡлап ҡалған үҙ милләтем тураһында уйлайым”.

Ағайыбыҙға өҫтәп, шуны ла әйтергә йөрь­әт итәм. Бик күп Европа илдәре иҫә­бендә чех ҡәүеменең дәүләтселеге лә VII–X бы­уат­тарҙа булған. Урындағы халыҡтар­ҙың, итальян, француз, чех архи­текторҙарының илһамы менән Прагала изге Вит, Кутна Горала изге Варвара ҡо­рамдары, Карл күпере, Орлик, Карлштейн, Штернбек һарайҙары һәм башҡа гәүһәрҙәр төҙөлгән. Изге Вит менән изге Варвара ҡорам­дарын күтәреү 500–600 йыл буйы дауам иткән.

Бөгөн Карловы Вары шифаханаһында наҙланыусылар, герман иленә сығып, атаҡлы Дрезден картиналар галереяһын, Бавария­лағы Нойшванштайн һарайын ҡарап, Австрияла Зальцбургка етеп, бөйөк Вольфанг Моцарттың эҙҙәрен юллап йөрөүселәр ошо хозур донъяны заманында Көнсығыштан ябырылған татар-монгол яуҙарынан кем ышыҡ­лағанын беләме икән? Әгәр Рус дәүләтенең һынмаған ҡеүәте булмаһа, Венгрия, Силезия, Моравия, Польшаға барып еткән Сыңғыҙхан һәм уның улан-ейәндәре үҙ хакимлығын Европала ла йөҙҙәрсә йылға урынлаштырыр ине. Монгол ғәскәрҙәренең артында ҡалған, ахырғаса буй бирмәгән Русь илбаҫарҙарға ҡара эштәрен дауам итергә форсат бирмәгән. Бөйөк Болғар ханлығы менән башҡорт ырыуҙарының бер­ләш­кән ғәскәрҙәре баҫҡынсыларҙың ҙур ғына отрядын ҡыйратыуы тураһында ла тарихта мәғлүм.

Тыштан тыныс ҡына күренгән, һәр кем үҙ мәшәҡәттәренә сумып йәшәп ятҡан илдә лә иҫкене яңыртыу ғәҙәте һаҡланып ҡалған. Ябай халыҡ онота башлаған эштәргә ҡабаттан әйләнеп ҡайтырға, уларҙы сәйәсиләштереү айырым төркөмдәргә отош­лолор. “Информ-Прага” аҙналығының яҙыуына ышанған хәлдә, ил парламентының түбәнге палатаһы Президент Вацлав Клаус ҡарамағына “коммунистик хәрәкәткә ҡаршы тороу” буйынса закон индергән.

Мәғлүмдер, бындай документтың хасил булыуы Чехияла коммунистар йоғонтоһоноң көсәйеүенә бәйле түгел. Әгәр коммунистик фирҡәләргә йәш быуын вәкилдәренең дә килеүен күҙ уңында тотҡанда, коммунистик идеологияны тарих кәштәһенә тамам оҙатыу иртәрәктер ҙә. Һәр хәлдә, әлеге законға ҡул ҡуйғанда ла, президент уның ҡәтғилегенә шик белдергән һәм үҙ ҡарашын парламент етәкселәренә хат аша еткергән. Мәсьәлә шунда ла: Чехияла коммунистик ҡоролошҡа ҡаршы көрәшеүселәр һәм барлы-юҡлы ошо ғәмәл өсөн матди бүләкләүҙәр талап итеүселәр күбәйә бара.

Был йәһәттән, Чехия матбуғатында (беҙ уҡый алған рус теллеләрендә, әлбиттә) Рәсәйҙең эске тормошона, ундағы сәйәси ғәмәлдәргә ҡарата беҙгә дуҫлыҡ тойғолары самалы булған хәбәрҙәр күп баҫыла. Ике яҡлы бәйләнештәр иҡтисад менән генә сикләнә кеүек. Илдәребеҙ араһындағы мөнә­сәбәттәрҙең 1948 – 1989 йылдарҙағы араһы хәҙерге ижтимағи тормош көндәлегенән төшөп ҡала. Ул саҡтағы сәйәси лидерҙар Антонин Новотный, Александр Дубчек, Густав Гусак ҡына түгел, илдең әүәлге президенты, Совет Армияһы булышлығында Ватанын фашистарҙан азат итешкән генерал Людвик Свободаның исеме лә зарураттан ғына телгә алына.

Һәр ҡәүемдең тәртибе бар

Әлбиттә, әйтәм тигән телгә йоҙаҡ элеп булмай. Бына әле лә, “Европа-Экспресс” аҙналығы Владимир Путиндың исемен дини хәрәкәттәргә бәйләп яҙа. Аңлашыла, 1948 һәм 1968 йылғы ваҡиғаларҙа чех йәмәғәтсе­легенең киң ҡатламы Советтар Союзының сәйәси етәкселәренең төп ролде уйнауын онотмағандыр һәм Рәсәйҙең хәҙерге хакимдарында ла патернализм синдромын күрәлер. Әммә был – хата ҡараш, сөнки Чехия дәүләте беҙҙең ил өсөн – мөһим сауҙа уҙаҡташы. Уның заманса сәнәғәт өлкәһендә киләсәге өмөтлө.

Сәйәсәт юҫығындағы мәсьәләләрҙә, йәнә бер күҙәтеү менән генә сикләнәйек. Рәсәйҙәге кеүек үк, Чехияла ла ультрауң милләтселек күренештәре осрай. Чех милләтселәре “Чехияныҡы икән, тимәк, иң яҡшыһы!” тигән принципты алға һөрә. Ошо кәйеф йәмғиәттең киң ҡатламдарына хас. Фермерҙар, миҫалға, “Чехияныҡын һатып ал!” девизы менән эшләй. Шуныһы үҙенсәлекле, илдең иң юғары етәкселәре лә “йомшаҡ милләт­селекте” бойомға ашырыу яғында.

60-сы йылдар аҙағында, Әбйәлил районы гәзитендә мөхәррир булып эшләгән саҡта, шаһит булған бер мәҙәк хәл иҫкә төштө. Партия райкомының идеология эштәрен башҡарыусы секретары райондың “Йәшлек” бейеү ансамбленең сәйәси етәксеһе сифатында Чехословакияға барып ҡайтҡас, бюро ултырышында тәьҫораттарын, күргән-белгәндәрен, урамдарҙа алмалар, каштандар, һары сейәләр бешеп ултырыуын, ләкин уларға һис кемдең дә оронмауын ауыҙ һыуы ҡороп һөйләй. Бюро ағзалары ышанмай, ахырҙа беренсе секретарь: “Ярай, әҙәм ышанмаҫты һөйләп ваҡытты алма әле”, – тип мосафирҙы ла, беҙҙе лә гонаһлы еребеҙгә ҡайтарғайны.

Хәйер, йөҙ мәртәбә ишеткәнсе, бер тап­ҡыр күргәнең яҡшы, тигән һүҙ ҙә бар бит. Чех­тарҙың бөтә нәмәгә етди мөнәсәбәттә булыуы иғтибарһыҙ ҡала алмай. Һәр ҡәүем­дең үҙенә генә хас ғәҙәттәре, тамырланған менталитеты, һәр йәмғиәттең үҙ тәртиптәре бар. Уларға өйрәнеүе, ҡабул итеүе ауыр, ләкин көнкүреште ойоштороу, халыҡтың үҙен тотошо йәһәтенән өйрәнерлек нәмәләр был. Бына эшселәр төҙөлөштә, йорт-ер һипләүҙә йөрөй, эш, күренеп тора, ығы-зығыһыҙ, шау-һөрәнһеҙ генә бара. Һәр ҡайһыһының өҫтөндә – таҙа махсус кейем. Әйткәндәй, урам йыйыштырыусылар ҙа бөх­тә кейемдә эшләй.

Урамдарҙағы йәшниктәргә сүп-сар, ниндәй булыуына ҡарап, бүлеп ташлана һәм ҡый тулып, һибелеп ултырған бер генә урынды күрмәҫһең. Ошоға өҫтәп, уңайһыҙ булһа ла, йәнә бер күренеште әйтеп үтәйем. Этен урамға алып сыҡҡан кеше уны мотлаҡ теҙгендә тота, әгәр хайуан эште боҙа ҡалһа, ҡалдығын махсус пакетҡа йыйып та ала.

Һанауһыҙ малдың ҡәҙере юҡ...

Был турала сурытып һөйләүемдең сәбәбе – Өфө урамдарын күмеп барған сүп-сар, халыҡтың үҙе йәшәгән ҡаланы үҙе ҡыйлауы, бәйһеҙ эттәр. Халыҡ ябай ғына йыйнаҡлыҡҡа ҡасан өйрәнер икән? Экология туризмын ойошторабыҙ, тип яр һалып та, кешене элементар тәртип ҡағиҙәләренә күнектерә алмайбыҙ, тәбиғәтебеҙҙе көнкүреш, ял итеү ҡалдыҡтары баҫып бара.

Билдәлелер, Чехия – һыра иле. Һыра баҙарында уның 470-тән күберәк сорты һатыла, ләкин күренеп йөрөгән иҫеректәр, ғөмүмән, юҡ. Хәйер һорашҡан бер-ике кешенең дә түңкәрелеп, йөҙ-башын ҡаплап ятыуы сәйерһендерҙе. Әгәр теләнселек ғәрлек иҫәпләнә икән, кешеләр ул кәсепкә ихтыярһыҙҙан сыҡҡан, тимәк, намыҫ үлмәгән.

Көҙ булһа ла, Чехияла, ғәҙәттә, өлгөргән алма һәм каштандар, һәр урында күҙҙең яуын алып ултырған гөлдәр күҙгә ташлана. Был ил, биләмәләре наҡыҫ булғанғалыр, ерҙәрен ифрат ҡәҙерләп файҙалана. Хатта мал-тыуар иркенләп көтөүлектәрҙә йөрөүҙән дә мәхрүм, фәҡәт махсуслашҡан комплекс­тарҙа, бикле режимда тотола. Көлһыу тупраҡлы, ваҡ ташлы һөрөнтө ерҙәр тиреҫте мул сығарыу арҡаһында ғына уңышты мул бирә. Тәбиғәттең йомшаҡ булыуы, ныҡ үҫешкән һуғарыу селтәре үҫемлекселекте беҙҙең илдәге шарттарҙан өҫтөн ҡуя. Чехтар ауыл-ҡалаларын ҡорам, һарайҙарын борон-борондан игенгә һөрөрлөк тигеҙ урындарға түгел, тау түбәләренә, тарлауыҡтар сигенә, текә ярҙарға күтәргән. Беҙ иһә байҙарҙың виллалары, уйын-көлкө йорттары, сауҙа комплекстары өсөн ҡара тупраҡлы, иркен ерҙәрҙе лә йәлләмәйбеҙ.
Миллион ике йөҙ мең кеше йәшәгән Прага (халҡының һаны буйынса Өфө менән типә-тиң), тыштан ҡарағанда, Көнбайыш Европа ҡалаһы һәм үҙендә пайтәхеттең бар һыҙат­тарын һаҡлай. Икенсе яҡтан, тыныс холоҡло, эшһөйәр чехтар үҙҙәре бар матурлыҡ һәм байлыҡтарҙан өҫтөн тора. Ә быныһы мөһимерәктер.


Автор: Марсель ҠОТЛОҒӘЛЛӘМОВ
Читайте нас: