Хәйбулла хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2020, 22:15
"Мин яман шеште еңдем..."
Улар – 21 йәшлек етем Өфө егете Радик Буранбаев һәм 31 йәшлек йәш әсә Карина Юревич.
Youtube каналында тамашасылар иғтибарына Өфөлә төшөрөлгән документаль фильм тәҡдим ителде. Ул республикала яман шеште еңгән кешеләр тураһында һөйләй.
Быйыл яҙ Өфө хосписы хеҙмәткәре һәм журналист Светлана Ниғмәтуллинаның "Stop! Cancer" тигән проекты онколог Андрей Павленко исемендәге грант отто. Был финанс ярҙамы онкологиялағы имеш-мимештәргә арналған ҡыҫҡа метражлы документаль фильмдар төшөрөүгә бүленде. Кино төшөрөү төркөмөнә режиссер Артем Айсин һәм оператор Азамат Сафин да инде.
Белеүебеҙсә, Андрей Павленко – илдең иң оҫта хирург-онкологтарының береһе – 2018 йылдың мартында үҙенең яман шеш менән ауырығанын белеп ҡала. Уның аяуһыҙ сир менән көрәш осоро "Кеше тормошо" махсус проектына нигеҙ һалды. Андрей көн һайын социаль селтәрҙә үҙенең ауырыу тарихы менән уртаҡлашты. Уның вафатынан һуң үҙҙәренең эше менән яман шешкә дусар кешеләрҙең һәм уларҙың яҡындарының хәлен аҙ ғына булһа ла еңеләйтеү маҡсатында фото-, кино-, видеодокументалистика һәм публицистика өлкәһендә хеҙмәт һалған журналистар өсөн исемле грант булдырылды.
– Беҙ үҙҙәренең ауырыу һәм уны еңеү тарихын һөйләргә ризалашҡан геройҙарҙы таптыҡ. Улар – 21 йәшлек етем Өфө егете Радик Буранбаев һәм 31 йәшлек йәш әсә Карина Юревич. Беҙҙең эште шулай уҡ Республика онкология диспансеры ла хупланы. Табип Ольга Петрова үҙ-үҙеңде тикшереп тороуҙың һәм ваҡытында ярҙам һорап табиптарға мөрәжәғәт итеүҙең мөһимлеге тураһында һөйләне. Мин йылға яҡын ваҡыт Өфө хосписы командаһында эшләйем. Беҙ онкологик сирле пациенттарҙы ярҙамдан мәхрүм итмәҫкә тырышабыҙ, сөнки әле кешеләрҙең иғтибары башлыса коронавирус пандемияһына йүнәлтелгән. Әммә һәр беребеҙҙең тиерлек ярҙамға мохтаж яман шеш диагнозы ҡуйылған таныштары, яҡындары, туғандары, хеҙмәттәштәре бар, – ти Светлана Ниғмәтуллина.
Был фильм "Өфө хосписы" автономиялы коммерцияға ҡарамаған медицина ойошмаһы булышлығында төшөрөлгән. Әлеге мәлдә уның паллиатив ярҙам стационары төҙөлә. Ул киләһе йыл көҙ асылыр тип күҙаллана. Уфахоспис.рф сайтында төҙөлөшкә хәйриә иғәнәһе индерергә була.
Ә грант алған командаға тағы ике фильм төшөрөү бурысы тора.
Фото: Youtube
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Min-yaman-sheshte-e-dem-516178/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?