Хәйбулла хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Телеграм
Баш
Рус
Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
26 Октябрь 2020, 16:31
Кемдәр ҡурсаланыу режимына китер?
/
Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирус йоҡтороу осраҡтары арта. Үткән тәүлектә яңы инфекция 83 кешелә табылған. Был турала Хөкүмәтәт үткән оператив кәңәшмәлә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итте.
Пандемия башланыу менән 10330 кешелә был вирус асыҡланған. Дауаханаларҙа ауыр һәм уртаса хәлдә 189 кеше дауалана. Үткән аҙнала 800-ҙән ашыу пациент һауығып, өйөнә ҡайтҡан. Республика дауаханаларында йоғошло ауырыуҙар менән сирләгән кешеләр өсөн 4680 урын әҙерләнгән. Әлеге ваҡытта уларҙың 3800-ендә сирлеләр ята, 32 процент урындар буш.
Прививкаларға килгәндә, гриптан уны 1256778 кеше эшләткән. Был - республика халҡының 31 проценты. Өлкәндәрҙең бер миллиондан ашыуы вакцина яһатҡан, ә балаларҙың – 211 меңдән ашыуы.
Әлеге ваҡытта республикала ОРВИ менән силәү осраҡтары үҫә. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанда киҙеү тейгән бер кеше лә теркәлмәгән. Был йәһәттән сирләү кимәле эпидемиологик кимәлдән түбәнерәк.
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирус инфекцияһы буйынса хәлдәр ауыр булған район һәм ҡалаларҙа диспансерлаштырыу менән профилактик тикшереүҙәрҙе ваҡытлыса кисектереп торорға тәҡдим итте. Башҡортостан Башлығы был ҡарарҙы хупланы.
– Диспансерлаштырыу – әлбиттә, мөһим күренеш. Тик әлеге ваҡытта беҙҙең табиптарҙың күпселеге коронавирусты дауалау менән мәшғүл. Шуға күрә муниципалитеттар үҙҙәре ҡарар ҡабул итһен, – тине ул.
Әлегә диспансерлаштырыу менән профилактик тикшереүҙәрҙе 16 ноябргә тиклем туҡтатып торорға планлаштыралар. Бынан тыш Радий Хәбиров ҡайһы бер категория кешеләрҙе ҡурсаланыу режимына күсерергә тәҡдим итте.
– Беҙ коронавирустан үлгән осраҡтарҙы анализланыҡ. Сирҙе өлкәндәр һәм хроник ауырыуҙары булған кешеләр ауыр кисерә һәм унан һәләк була. Был йәһәттән тәҡдимдәр әҙерләгеҙ. Бәлки, уларҙы тулы ҡурсаланыу режимына күсерергә тура килер, – тине төбәк етәксеһе.
Әгәр был категория граждандары мотлаҡ рәүештә өйҙә ултырасаҡ тигән ҡарар ҡабул ителә икән, улар өсөн шарттар булдырыр кәрәк. Аҙыҡ-түлек, дарыуҙар килтереү һәм башҡаһы, тине Радий Фәрит улы. Был мәсьәлә ошо арала хәл ителергә тейеш.
Фото:
ftimes.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Kemd-r-ursalaniu-regimina-kiter-515046/
Читайте нас:
Новости партнеров
Лена ханым: "Улымды онотмайҙар"
На уровне молекул
Салкын тигәндә мунча керергә ярыймы?