“Валдай” халыҡ-ара бәхәс клубының сираттағы ултырышы үтте.
Унда Рәсәй Президенты Владимир Путин да ҡатнашты. Клуб 2004 йылда булдырыла. Маҡсаты – Рәсәй һәм халыҡ-ара интеллектуаль элита араһында диалогҡа булышлыҡ итеү, сәйәси, иҡтисади һәм социал ваҡиғаларға объектив ғилми баһа биреү.
Клубтың быйылғы ултырыш “Пандемия дәрестәре һәм яңы көн тәртибе: донъя көрсөгөн нисек яңы мөмкинлектәргә әүрелдерергә”.
Владимир Путин, Рәсәй Федерацияһының бөгөнгөһөн һөм киләсәген баһалап, беҙ үҙебеҙҙең потенциалды ысынбарлыҡтан сығып баһалайбыҙ, тине. Ул шулай уҡ COVID-19 пандемияһына, граждандар йәмғиәте ҡороу мәсьәләһенә, ҡоралланыуҙы контролгә алыу, Ҡарабахтағы хәлдәргә һәм башҡа темаларға ҡағылды.
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/news/Valday--feker-alishiu-may-ani-511507/