Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Октябрь 2020, 11:00

81 йәшлек бабай пансионаттан ҡасырға теләп...

Һүҙ тағы ла шул ғауғалы ваҡиғалары менән билдәлегә әйләнгән "Минең ғаиләм" пансионаты тураһында. /

Һүҙ тағы ла шул ғауғалы ваҡиғалары менән билдәлегә әйләнгән "Минең ғаиләм" пансионаты тураһында.
Өфө янындағы был учреждение интернетҡа һалынған ғибрәтле фотолары менән (унда ололарҙың түшәкһеҙ карауаттарҙа ярым-яланғас ятҡаны күренә) бар республиканы шаулатып алғайны. Бына әле пансионаттың исеме тағы насар яҡтан ишетелде: ике оло кеше ҡасырға уйлап, икенсе ҡаттағы тәҙрәнән простыняға йәбешеп төшөргә маташҡан, әммә эш улар теләгәнсә барып сыҡмаған - йығылғандар. Был хәбәр - хәлде яҡындан күргән шаһиттың һүҙҙәре буйынса.
Тәфтиш комитеты матбуғат хеҙмәте мәғлүмәтенсә, 16 октябрҙә 81 йәшлек бабай простыня ярҙамында икенсе ҡаттан ергә төшөргә уйлай һәм ҡолай. Бик ныҡ йәрәхәтләнә, уны дауаханаға оҙатырға тура килә. Медицина ярҙамы күрһәтелеүгә ҡарамаҫтан, икенсе көндә вафат була. Үлем осрағы буйынса енәйәт эше асылған.
Тәфтишселәр фажиғә булған урынды, учреждениелағы көнкүреш шарттарын тикшерә. Пансионатта йәшәгәндәрҙән, хеҙмәткәрҙәрҙән, етәксенән һорау алына. Хәл-ваҡиғаның сәбәптәре өйрәнелә. Әле Башҡортостан прокуратураһы "Минең ғаиләм" пансионатының эшмәкәрлеген, етешһеҙлектәрҙе тулыһынса бөтөргәнгә тиклем, туҡтатып тороуҙы талап итә.

Фото: Newsbash.ru
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/81-y-shlek-babay-pansionattan-asir-a-tel-p-511153/
Читайте нас: