Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Октябрь 2020, 10:54

МАХСУС СЕРТИФИКАТ БИРӘЛӘР

/

Башҡортостан дәүләт медицина университеты "Медицина инспектор" белем биреү сайтын асҡан.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән республиканың предприятие һәм учреждениеларында медицина инспекторҙары эшләйәсәк, улар эпидемиологик нормалар үтәлешен тикшерәсәк.
Шулай итеп, медицина инспекторы – Башҡортостандағы предприятие йәки учреждениеның эпидемиология нормалары үтәлешен күҙәтеүсе хеҙмәткәре (медицина белеме мотлаҡ түгел). Сайттың һылтанмаһы – https://med-inspector.ru/, унда "Медицина инспекторы" исемле онлайн белем биреү курсын үтергә мөмкин. Бының өсөн сайтта теркәлергә кәрәк. Унан һуң көндөҙгө бүлектә уҡый торған йәки онлайн-курсҡа һылтанма киләсәк, уҡыу материалдары ла тәҡдим ителәсәк.
Лекция курсын һәм чек-яҙмаларҙы Башҡортостан дәүләт медицина университетының эпидемиология, медицина-иҫкәртеү (гигиена, эпидемиология, дәүләт эпидемия хеҙмәтен ойоштороу һәм хеҙмәт, һөнәри сирҙәр гигиенаһы буйынса курстар) кафедралары әҙерләгән.
Бер тәүлек эсендә лекциялар курсын 1600 самаһы кеше тыңлаған, уларҙың яртыһы иҡтисадтың аныҡ секторҙағы предприятиелары хеҙмәткәрҙәре.
Бынан һуң уларға сайттағы шәхси кабинетҡа курс үтеү тураһындағы сертификат ебәрелгән.
Фото: bashinform.ru
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mahsus-sertifikat-bir-l-r-507449/
Читайте нас: