Уға ярашлы, хаҡлы ялдағылар пенсияһын башҡа банкка күсерһә лә алыу датаһы үҙгәрмәйәсәк. Документ хоҡуҡи порталда донья күргән. Элекке тәртип буйынса банк үҙгәреү менән, пенсия аҡсаһын алыу датаһы ла үҙгәртелә ине.
Белгестәр әйтеүенсә, ул күп осраҡта хаҡлы ялдағылар файҙаһына түгел. Мәҫәлән, бер банкта пенсия алыу ай уртаһында булһа, икенсе банкка күсеү менән ул айҙың аҙағына барып баҫыуы ихтимал.
Әммә пенсия алыу алымы үҙгәртелмәне, уны хаҡлы ялдағылар элеккесә үҙаллы һайлай ала. Хеҙмәт министрлығы пенсия йәшендәгеләргә лә карта юллау тәҡдиме индерҙе. Ул сағында аҡсаны көтөп ултырыу кәрәкмәйәсәк. Сөнки пенсия аҡсалары почтаға ҡарағанда, картаға иртәрәк күсә.
Пенсия аҡсаларын алыу тәртибен үҙгәртеү өсөн Пенсия фондына ғариза биреү мөһим. Уны фондҡа барып та, дәүләт хеҙмәтләндереү порталы аша ла бирергә мөмкин.
Автор: Лариса Михалькова.
https://mechetlinskayalife-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Pensiya-lk-end-ya-i-t-rtip-504732/