Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
17 Октябрь 2020, 12:35

Йыл аҙағына әҙер булыр тип көтөлә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Совет майҙанында реконструкция барышын тикшерҙе.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡаланың Совет майҙанында реконструкция барышын тикшерҙе.
Билдәле булыуынса, бында 112-се Башҡорт (16-сы Гвардия) кавалерия дивизияһы командиры, Рәсәй Федерация Геройы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл ҡуйыласаҡ.
Республика Башлығы майҙансыҡты ҡарап сыҡты. Биләмәне төҙөкләндереү йәһәтенән подрядсылар гранит бурса һалған, яҡтырып торған музыкаль фонтан өсөн инженерлыҡ коммуникациялары үткәргән. Объектты тикшереү барышында фонтанды ебәреп ҡаранылар.
Реконструкция барышында майҙан янындағы Совет һәм Пушкин урамдарын да төҙөкләндерәләр. Уларҙа тортуарҙарҙы яңыртыу, видеокүҙәтеү камералары, яҡтылыҡ системалары ҡуйыу күҙаллана. Әйткәндәй, төҙөүселәр республика етештереүселәре продукцияһын, шул иҫәптән Учалы гранитын ҡуллана. Бында рулонлы газон һалыу, ағас ултыртыу планлаштырыла.
Совет майҙанында реконструкцияны йыл аҙағына тамамларға ниәтләйҙәр.
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: