Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
13 Октябрь 2020, 17:58

“Мир” милли түләү системаһы карталарына күсереү ваҡыты оҙайтылды

/

Рәсәй Банкы пенсионерҙарҙы “Мир” милли түләү системаһы карталарына күсереү ваҡытын 2020 йылдың 31 декабренә тиклем оҙайтырға ҡарар итте.
“Күреүебеҙсә, пенсионерҙарҙың күпселеге “Мир” картаһына күсеп, унан файҙалана. Әммә ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында бындай карталарҙы алмағандар ҙа бар, шуға күрә беҙ был срокты йыл аҙағына, йәғни 31 декабргә тиклем, оҙайтырға булдыҡ”, – тине Үҙәк банктың милли түләү системаһы департаменты директоры Алла Бабкина.
Уның әйтеүенсә, өлкәндәр пенсияһын альтернатив алымдар менән дә алыу мөмкинлегенә эйә, мәҫәлән, карталарға бәйләнмәгән иҫәптәргә, һаҡлыҡ кенәгәһенә.
Мәғлүм булыуынса, “Цифрлы иҡтисад” милли проектына ярашлы башта пенсионерҙарҙы милли түләү системаһы карталарына 2020 йылдың 1 июленә тиклем үк күсереү планлаштырылғайны, ләкин пандемия шарттарында был эш бер аҙға кисектерелде.
Гульдар Кадаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/news/Mir-milli-t-l--sistema-i-kartalarina-k-sere-va-iti-o-aytildi-485088/
Читайте нас: