Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
1 Октябрь 2020, 19:11

Егеттәр китә хеҙмәткә

Хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу барышында Башҡортостан армияға дүрт мең самаһы һалдат ебәрәсәк.

Республиканың хәрби комиссариаты бөгөндән, 1 октябрҙән көҙгө саҡырыу кампанияһын башланы. Бөтәһе дүрт мең самаһы кеше армияға китер тип көтөлә. Шулай уҡ егеттәр ғилми роталарға ла йүнәлтеләсәк, шул иҫәптән Эра Технополисына.
Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу саралары яҙғы саҡырыу тәжрибәһен иҫәптә тотоп башҡарыласаҡ. Илдең Ҡораллы Көстәренә коронавирус инфекцияһы инмәһен өсөн барлыҡ талаптар үтәләсәк.
– Республиканың хәрби комиссариаттарында, юлда һәм хәрби частарҙә бөтә иҫкәртеү һәм контроль саралары үтәләсәк. Пункттарға килгән кешеләрҙең тән температураларын үлсәйәсәктәр, – тине республиканың хәрби комиссары вазифаһын башҡарыусы Рәмил Хәйретдинов.
Йыйыу пунктына килгән бөтә егеттәргә лә экспресс тест эшләнәсәк. Бынан тыш бөтә биналар ҙа көн һайын дезинфекцияланасаҡ. Йыйыу пунктында һәр егеткә шәхси гигиена саралары һәм битлектәр һалынған контейнерҙар әҙерләнгән.
Респиратор сирҙәр билдәләре булған граждандар шунда уҡ изоляцияланасаҡ, улар коронавирусҡа тест бирәсәк һәм бөтә кәрәкле медицина ярҙамын аласаҡ.
Көҙгө саҡырыу мәлендә эшләгән “Ҡыҙыу линия” телефондары:
  1. Хәрби комиссариатта йәмәғәт ҡабул итеүе – 8(347)228-02-92, көн һайын, эш көндәрендә 9-ҙан 19 сәғәткә, ял көндәре 10-дан 17 сәғәткә тиклем.
  2. Граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге – 8(347) 253-13-48, 228-43-59, 9-ҙан 18.00 сәғәткә тиклем.
  3. Өфө гарнизонының хәрби прокуратураһы – 8(347)250-05-10 9.00 – 18.00 сәғәт, эш көндәрендә.
  4. Өфө гарнизонының хәрби суды – 8(347)259-14-83 9.00 – 18.00 сәғәт, эш көндәрендә.
  5. Ашығыс психологик ярҙам – 8(800)70000-183, тәүлек әйләнәһенә.
  6. Автор: Альфия Мингалиева
    Читайте нас: