Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
23 Сентябрь 2020, 11:19

Ҡәйнәһенә ут төрткән

Ҡот осҡос хәл Белоретта теркәлә. Кейәү шәрәмәте ҡатыны менән ҡәйнәһенең баҡса йортона ҡунаҡҡа килә. Эсеп алғас, ниндәйҙер сәбәптән ҡәйнә менән кейәү араһында ыҙғыш сыға./

Ҡот осҡос хәл Белоретта теркәлә. Кейәү шәрәмәте ҡатыны менән ҡәйнәһенең баҡса йортона ҡунаҡҡа килә. Эсеп алғас, ниндәйҙер сәбәптән ҡәйнә менән кейәү араһында ыҙғыш сыға.
Иҫерек ир бензин тулы канистраны алып, пенсионерҙың өҫтөнә һибә һәм ут төртә.
Быны күреп ҡалған ҡыҙ әсәһенә ярҙамға килеп, утты һүндерә һәм "Ашығыс ярҙам" саҡырта. Әммә 66 йәшлек ҡатындың бите, тәненең байтаҡ өлөшө янып өлгөрә, әле ул реанимацияла.
Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, 40 йәшлек ир ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған, тикшереү бара.
Фото Тәфтиш комитетынан.
Автор: Римма Султанова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yn-en-ut-t-rtk-n-465403/
Читайте нас: