Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
21 Сентябрь 2020, 18:17

Ҡайҙа йөрөйһөң, Илгиз?

/

Баймаҡтан 23 йәшлек Илгиз Ҡунаҡҡужин 29 август кисендә юғалған. II төркөм инвалиды булған егет медицина ярҙамына мохтаж. Өҫтәүенә ул тиҙ арала дауаханаға ятырға тейеш булған.
“Өйҙән сығып китте лә, хәҙер юҡ. Яҡындағы ауылдарҙы, тауҙарҙы, урмандарҙы ҡараныҡ. Тәфтишселәр өндәшмәй, тынлыҡ. Хәтере яҡшы, тик уҡый, яҙа белмәй, ваҡытты бутай, ҡалаларҙа йөрөй алмай һәм башҡорт телендә генә һөйләшә”, – тип хәбәр иткән егеттең туғаны “Горобзор” сайтына.
Баҡтиһәң, быға тиклем дә егеттең юғалып тороу ғәҙәте булған. Әммә бер нисә көндән өйөнә ҡайтҡан һәм ҡайҙа булғанлығы хаҡында хәбәр иткән. Был юлы ул телефонһыҙ сығып киткән.
“Уға аҡса бирмәйбеҙ, сөнки Илгиз уның иҫәбен белмәй. Был юлы ул аҡса янсығынан 300 һумды урлаған. Ғәҙәттә, Сәйғәфәр йәки Ҡыуат ауылдарына бара торғайны. Унда туғандар, таныштар ҙа күп. Притондарға ла барғаны бар. Уны үҙе кеүек кешеләр ҡыҙыҡһындыра. Улар менән ҡыҙыҡ, ти. Әммә полиция барлыҡ притондарҙы ла, ауылдарҙы ла тикшерҙе”, – тигән юғалған егеттең туғаны.
Илгиздең билдәләре: буйы – 175 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сәсе ҡара, күҙе зәңгәр. Ҡара бейсболка, һоро кофта, ҡара спорт салбары, аҡ табанлы күк төҫтәге кроссовка кейгән булған.
Юғалған егет тураһында ниндәйҙер мәғлүмәткә эйә булһағыҙ, уның яҡындары 8-927-302-22 -16 телефонына шылтыратыуҙы үтенә.
Фото: “Горобзор”.
Автор: Айһылыу Низамова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/ay-a-y-r-y---Ilgiz-463956/
Читайте нас: