Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
10 Сентябрь 2020, 16:14

Китеп барған йөк машинаһы янған

/

Елдереп китеп барған фураларҙың яныуын ҡурҡыныс кинофильмдарҙа ғына күреп, шаҡ ҡата инек. Шундай күңелһеҙ хәл кисә Стәрлетамаҡ - Салауат трассаһында була - китеп барған фура янып китә.
Инцидент 9 сентябрҙә киске етенсе яртылар тирәһендә була. Быны күреп торусылар, аптырап, фотоға, видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалғандар. Был кадрҙарға ҡарап тороуы ҡурҡыныс. Видеояҙманан күренеүенсә автомобилдең аҫтынан сыҡҡан ут ялҡындары, тора-бара тотош машинаны ялмап ала башлаған. Водителе нимә эшләгәндер уныһы билдәһеҙ, тип белдерәләр осраҡлы шаһиттар.

Был хәл тураһында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығына хәбәр итеүҙәренсә, "MAN" автомобиле Р-240 трассаһының 159-сы километрында, Мәләүез районында янып китә. Фажиғә урынына тиҙ ярҙам хеҙмәткәрҙәре йүнәлә. 15 кеше, биш берәмек техника ярҙамында, янғын һүндерелә. Ҡаза күреүселәр, бәхеткә күрә, юҡ, тимәк, водителе иҫән. Шулай уҡ автомобилгә бер тапҡыр ҡулланыла торған пластик һауыт-һаба тейәлгәнлеге асыҡланған. Китеп барған машина нилектән янып киткәнен махсус ведомство асыҡлаясаҡ.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Автор: Миләүшә Сайтакова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Kitep-bar-an-y-k-mashina-i-yan-an-448497/
Читайте нас в