Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Сентябрь 2020, 15:55

7 сентябрҙән Греция Рәсәй граждандары өсөн сикте аса

/

Греция властары 7 сентябрҙән 21-енә тиклем Рәсәй граждандары өсөн сикте асырға ҡарар итте.
Был хаҡта ете министрҙың берлектәге ҡарарына һылтанма менән РИА Новости хәбәр итте. Билдәле булыуынса, Грецияға инеү өсөн коронавирусҡа кире тест һәм отелгә ваучер кәрәк.
Илгә Афины, Салоники һәм Ираклион аэропорттары аша һауа юлы менән генә инергә мөмкин. Әммә илгә инергә рөхсәт ителгән туристар ағымы сикләнә.
Әйтәйек, аҙнаһына Греция 500-ҙән артыҡ кешене ҡабул итә алмай, уларҙың яңы коронавирусҡа тест үтеүҙе раҫлаған документы булырға тейеш.
Бынан тыш, республикаға инеү өсөн отелдәге номерға алдан заказ биреү тураһында квитанцияны күрһәтеү мотлаҡ.
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1488616/
Читайте нас: