Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2020, 17:34

Бәхет сере татыулыҡта, эшһөйәрлектә

Йәнтеш ауылынан Мәүлиҙә һәм Ирәндек Исҡужиндарҙы ихтирамға лайыҡ, тырыш ғаилә икәнен ишетә белә инем. Әммә үҙҙәре менән осрашырға һис яйы сыҡманы. Бына, ниһайәт, матур ғаилә менән күрешеү форсаты тейҙе.

Йәнтеш ауылынан Мәүлиҙә һәм Ирәндек Исҡужиндарҙы ихтирамға лайыҡ, тырыш ғаилә икәнен ишетә белә инем. Әммә үҙҙәре менән осрашырға һис яйы сыҡманы. Бына, ниһайәт, матур ғаилә менән күрешеү форсаты тейҙе.
Тирә-яҡты йәмләп ултырған күркәм йортто тиҙ үк таптыҡ. Киң ихатала тулы тәртип, баҡса тулы еләк-емеш, йәшелсә. Яландай иркен өй эсе лә зауыҡ менән йыһазландырылған. Ғаилә башлығы вахтанан ҡайтып мал-тыуар ҡарау менән, ә уңған хужабикә аш-һыу бүлмәһендә тәмле-тәмле ризыҡтар бешереү менән мәшғүл. Ауылда ла хәҙер ҡалалағы кеүек шул: һыу ташырға, ут яғырға түгел. Исҡужиндарҙың йортонда ла крандан һыу килеп тора, хатта душ кабинаһы ла ҡуйылған.
Ирәндек ошо ауылда ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһының тракторында бергә йөрөп, бала саҡтан техникаға тартыла. Шуға ла урта мәктәпте тамамлағас, Аҡъярҙағы һөнәрселек училищеһында шофер һәм иретеп йәбештереүсе һөнәренә уҡып сыға. Ике йыл әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡас муниципаль район хакимиәтендә водитель булып эшләй. Аҙаҡ ауылға ҡайтып, хужалыҡта төрлө эштәрҙә эшләй, яҙғы сәсеүҙән башлап көҙгө баҫыу эштәре тамамланғансы тракторҙа ялан-ҡырҙарҙы иңләй.
Артабан да Ирәндек рулде ташламай. Шифаханала, ауыл мәктәбендә, “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә водитель булып эшләй.
-Атайым мәрхүм ғүмер буйы иретеп-йәбештереүсе булып эшләне. “Улым, һиңә лә файҙаһы тейер, өйрән”,-тип әйтә торған ине. Ә мин водитель булам тип, уның әйткәнен кире ҡаға инем. Хәҙер, 20 йылдан һуң атай һөнәренең кәрәге тейҙе. Әлеге мәлдә 5 йыл инде “Башҡорт баҡыры” йәмғиәтендә иретеп-йәбештереүсе булып эшләйем,-ти ғаилә башлығы.
Ирәндек Ҙур Арыҫланғол ауылы ҡыҙы Мәүлиҙәне әхирәттәре менән Йәнтешкә килгәндә тәү күреүҙән үк оҡшата. Биш йыл дуҫлашып йөрөгәс, йәштәр 2001 йылда ғаилә ҡора. Мәүлиҙә Йылайырҙа ашнаҡсы һөнәренә уҡып сыға. Өйләнешеп атай йортонда бер йыл йәшәгәс, бәләкәй булһа ла өй һатып алып башҡа сығалар. Татыу булһаң тормош йәмле, аштар ҙа тәмлерәк, йәшәү ҙә күңеллерәк икән. Тырыш ғаилә 2015 йылда дәүләт ярҙамы менән яңы иркен йорт һалып сыға, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡса тултырып емеш-еләк, йәшелсә үҫтерәләр.
Ике яҡ туғандарын да хөрмәт итеп йәшәй Исҡужиндар. Ғаиләлә татыулыҡ булыуы әллә ҡайҙан күренеп тора. Балаларын да үҙ өлгөһөндә тәрбиәләй улар, тәртипле, итәғәтле булырға өйрәләр. Әле лә бит ололар һөйләшкәндә ҡамасауламаҫ өсөн һәр береһе үҙ эше менән булыша.
Ихата тулы техниканы күреп ҡыҙыҡһыныуыма Ирәндек: “Бала саҡтан ишек алдым тулы техника булһын тип хыяллана инем. Һәм ниәтемде тормошҡа ашырҙым. Атайымдың тимер атына 6 йәшемдә ултырҙым. Уның нисек йөрөтөүен, йүнәтеүен күреп үҫтем. Хәҙер инде техникап йыйыу үҙенә күрә бер “хобби” тиһәң дә була. Йәйгеһен бесән ваҡытында барыһы ла кәрәк”,-тип яуапланы.
Татыу ғаиләлә өс малай ҡанат нығыта. Улдары бер-береһе менән шундай татыу, бергә эшләйҙәр, ярҙам итәләр.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған татыу, уңған ғаилә, уларҙың инсафлы балалары менән аралашыуҙан күңелемә йылы тойғолар алып ҡайттым.
Гүзәл Бохарбаева.
Читайте нас: