Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Сентябрь 2020, 17:02

Ашлығың ни хәлдә, игенсе?

.

Яковлевакалағы “Аралбаев” крәҫтиән-фермер хужалығында ла ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр көҙгө сыуаҡтың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Рөстәм Зариф улы менән ураҡ өҫтөндә осраштыҡ. Ул үҙе ырҙын табағына ашлыҡты КамАз машинаһында ташый ине. Кемдәргә ер эшен тапшырырға белгән хужа – тәжрибәле комбайнсы Фәрит Солтанов менән Кинйәғәле Һөйөндөковтар ураҡ эшенә мөкиббән бирелгән.
- Беҙҙең фермер хужалығы ойошторолғанға 13 йыл. Шул ваҡыттан алып, игенселек менән шөғөлләнәбеҙ. Техника үҙебеҙҙеке. 863 гектарҙа иген культуралары сәскәйнек. Уның 383 гектары арпа, 100-ө һоло, 141-е йомшаҡ бойҙай, ҡалғаны ҡаты бойҙай тәшкил итә. Баҫыуҙа 3 комбайн йөрөй, берәүе арпа йыйһа, икәүһе һоло баҫыуында эшләй. Уңыш уҙҫан йыл менән сағыштырғанда күпкә яҡшыраҡ.
17 августа урып-йыйыу эштәрен башланыҡ. Арпаның уртаса төшөмө гектарынан 10 центнерҙан. Ямғыр яуыу сәбәпле үлән сыҡҡас ҡыйыныраҡ, комбайн шуға күрә шәп китә алмай. Ысыҡ төшкәс, эште таң менән түгел, ә иртәнге 11 тирәһендә генә башлайбыҙ. Иң мөһиме һауа торошо матур торһон. Ул ваҡытта урып-йыйыу эштәрен дә тиҙ арала тамамларбыҙ.
Артабан фермер хужалығында игенде келәттәргә һалыу, миҙгелгә йомғаҡ яһау, пай ерҙәре өсөн иҫәпләшеү һәм киләһе миҙгелгә әҙерләнеү эштәрен башҡарырға планлаштырыла.
Читайте нас: